Бушаныуҙар кәрәк күңелгә лә...

Бөгөн айырыуса кемдәр социаль-психологик ярҙамға мохтаж? Кешеләргә телефон аша белгес менән аралашыу, уның фекерен ишетеү ни тиклем мөһим?

Фото №1 - Бушаныуҙар кәрәк күңелгә лә...

Ошо һәм башҡа һорауҙар иғтибар үҙәгендә.

Республиканың ғаиләгә, балаларға һәм  йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгенең ашығыс психологик ярҙам хеҙмәте мөдире Ғәлиә Сәлихова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.  

 

Ғәлиә Сәлихова:

 

- 2013 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостанда 5 хеҙмәтте берләштергән берҙәм Ышаныс Телефоны эшләй башланы. Ике йыл һөҙөмтәләр яһарға, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе борсоған проблемаларҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Төп проблемалар: ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәт, тиңдәштәр менән аралашыуҙа килеп сыҡҡан мәсьәләләр, мәктәптә йәки уҡыу йортондағы проблемалар, уҡытыусылар менән уҡыусылар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, суицид, ғаиләлә балаларҙы йәберләү. Ике һайын 5 хеҙмәтте берләштергән Ышаныс телефонына 25-30 мең шылтыратыу ҡабул ителә. Шуға ла беҙ кешеләргә кәрәкбеҙ тигән һығымта яһай алам. Үҙәк байтаҡ ҡына йылдар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙе хәҙер Башҡортостандың төпкөл ауылдарында ла беләләр. Бөгөн кешеләргә телефон аша аралашыу, белгес фекерен, белгес яуабын ишетеү үтә лә мөһим? Студенттар ҙа шылтырата, балалар һәм уҡыусылар ҙа беҙҙең менән бәйләнешкә инә.  

1 сентябрь алдынан “Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа” тип аталған ҡыҙыу линия ойошторҙоҡ. Балаларын мәктәпкә оҙатыусы ата-әсәләр төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итте. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә барырға теләмәй. Икенселәре киреһенсә ашҡынып тора. Өсөнсөләргә мәктәп формаһы оҡшамай, уҡыусы уны кейергә теләмәй. Үҙәк белгестәре йәй дауамында төрлө лагерҙарҙа эшләне. Балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам күрһәттек. Ғәҙәти балалар менән дә, ауыр холоҡло, енәйәт ҡылған үҫмерҙәр менән дә осрашыуҙар үткәрҙек. Файҙаһы булыр тигән ышаныстамын.

Өфөлә 11 йәшлек ҡыҙыҡай үлтерелде. Был хәлдән һуң барыбыҙ ҙа тағы ла бер тапҡыр балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге тураһында уйланырға тейеш. Баланы мәктәпкә тиклем оҙатырға, ҡаршы алырға кәрәк. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларға хәүефһеҙлек сараларын аңлатырға бурыслы. Кем менән аралашырға, кемде дуҫ итеп һайларға? Улар быны ла яҡшы белергә тейеш. Шикле һәм яуыз уйлы әҙәмдәрҙе таныу бик ауыр. Таныш булмаған кеше ҡайҙалыр саҡырһа, кәнфит тәҡдим итһә, әсәйеңә алып барам тип мөрәжәғәт итһә, баш тартырға. Яҡтыртылған урындарҙан ғына йөрөгә кәрәк. Гараждар, иҫке йорттар араһына, кеше әҙ йөрөгән урындарҙа йөрөмәҫкә, уйнамаҫҡа кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. 

Ышаныс телефоны - 8-800-7000-183. Беҙгә тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтырата алаһығыҙ. Рәсми сайтыбыҙ - РЦСПП.РФ 

 

 

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
БАШКОРТТАР-БСТ