Күңел һәр саҡ 18-ҙә!

   2011 йылда республикала “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” тип аталған программа эшләй башланы. Уның төп маҡсаты – өлкән быуын вәкилдәренә хәҙерге йәмғиәткә яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыу һәм уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 4 йыл эсендә 70 меңдән ашыу пенсионер халыҡ университетында белем алған. 

Фото №1 - Күңел һәр саҡ 18-ҙә!

Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы студияға өсөнсө быуын Халыҡ университетынан ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Улар: Рафиҡ Хәйҙәров, Римма Яҡупова һәм Долорес Хамматова. 

 

Рафиҡ Хәйҙәров:

 

- Өсөнсө быуын халыҡ университеты 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, 60 йәштән өлкән ир-егеттәрҙе уҡырға саҡыра. Башҡортостанда йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәре ошо фәндәр буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә:

 

- компьютер белеме, инглиз, француз, башҡорт телдәре

- ғаилә психологияһы нигеҙҙәре,

- шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәре һәм алымдары

- йәшелсә һәм емеш үҫтереүҙә яңы технологиялар

- хоҡуҡи һәм финанс белем,

- күп фатирлы йорттар менән идара итеү йүнәлештәре буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Маҡсатлы программа буйынса бушлай уҡыу форсаты йылына бер тапҡыр бирелә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының райондарҙағы идаралыҡтарына ғариза тапшырырға кәрәк. Курстар 13 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә. Тамамлаусыларға  сертификат тапшырыла. 

Башҡортостандың һөнәрселек Палатаһы “Халыҡ университеты” коммерция булмаған оеашмаһы менән берлектә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле программаны ғәмәлгә ашыра башланы. Ул “Яңы программаларҙан – яңы һөнәрҙәргә” тип атала һәм пенсионерҙарға төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә, хатта халыҡ кәсептәренә өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был программа менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан-йыл арта бара.  

Оло йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығын билдәләгән республика конкурсы үтә. Беҙҙең университетта уҡыусылар был бәйгелә лә бик ихлас ҡатнаша. Быйыл хатта бөтә Рәсәй конкурсында ла үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Ҡазан ҡалаһына барып 7-се, 8-се урын алып ҡаттыҡ. Ил күләмендә ҡарағанда был да насар түгел.

 

Долорес Хамматова:

 

- Мин Нуриман районындағы Ветерандар Советын етәкләйем, шулай уҡ унда Халыҡ университетының филиалын асып ебәрҙек. Хаҡлы ялдағылар бик теләп йөрөй, өйрәнә, тырыша, ҡыҙыҡһына. Төрлө саралар үткәрәбеҙ, сәйәхәттәр ойошторабыҙ. Өлкән йәштәгеләр өсөн аралашыу, осрашыу, төрлө ҡул эштәре башҡарыу, конкурстарҙа ҡатнашыу бик мөһим. 

 

Рима Яҡупова:

 

- Мин ғәрәп телен өйрәнәм. Хәҙер Ҡөрьән курстарына йөрөйөм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә туған телемде өйрәнә алманым. Бик һуңлап ҡына әсә телендә аралаша башланым. Шиғырҙар яҙам. Улар матбуғатта ла баҫылып тора.

Халыҡ университеты өлкән йәштәгеләрҙе туплаусы, ойоштороусы үҙәк. Барығыҙҙы ла саҡырабыҙ.

Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 39.  

Телефон: 8 (347) 276-76-46. Электрон почта адресы: [email protected]

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ