Уңыш кампанияһы-2015

- Бер йылдан ашыу эмбарго һәм санкциялар шарттарында йәшәнек. Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ буласаҡ тигән фараздар ҙа ишетелде. Бөгөн ниндәйҙер һығымта яһай алабыҙмы? Аҙыҡ-түлек сығарыуға эмбарго беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн отошло булдымы? Санкциялар беҙҙең фермерҙарға баҙарҙа бушап ҡалған урындарҙы яуларға мөмкинлек бирҙеме? Илебеҙ етештереүселәре күләмде арттыра алдымы?

Фото №1 - Уңыш кампанияһы-2015

- Рәсәй ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙә 103 миллион тонна ашлыҡ һуғып алынған. Сағыштырыу өсөн 2014-тә 105 миллион тонна. Ә Волга буйы федераль округы буйынса был һан 19,4 миллион тонна. Уның күпмеһе Башҡортостанға тура килә? Үҙебеҙҙә үҫтерелгән бөртөклө культуралар үҙебеҙгә етәсәкме?

- Шәкәр сөгөлдөрө айырым тема. Күпме майҙанда ултыртыла ул?

- Быйыл татлы тамыр уңышы былтырғынан ҡайтыш булды шикелле?

- Шәкәр сөгөлдө тейәлгән машиналар әле лә Раевкалағы шәкәр заводына сират көтәме?

- Картуф һәм йәшелсәләрҙе юғалтыуһыҙ йыйып алып булдымы?  

- Ҡайһы райондарҙа уңыш мул булды тип әйтә алаһығыҙ?

- Ауылдар үҫешенә булышлыҡ итеүсе, ауыл хужалығы тармағын алға этәрергә мөмкинлек биреүсе маҡсатлы программалар бар. Улар киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәкме? Һәм хөкүмәт бындай программаларға күпме аҡса бүләсәк?

- Һәр төбәктең үҙ бренды булырға тейеш. Башҡортостан райондары һәм ҡалалары ҡайһы йәшелсә-емештәрҙе үҙ төбәген үҫтереү өсөн бренд булараҡ ҡуллана ала? Мәҫәлән, Бөрөнө беҙ алма ҡалаһы тип беләбеҙ. Өфөнө – “Һөт иле”  фестивале булараҡ таныйҙар. Иглин һуғаны менән дан тота...

Ошо һәм башҡа һорауҙарға республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин яуап бирҙе. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии