Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда! Бөтәһе лә беҙҙән тора!

Ноябрҙә Өфөлә IV бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы үтәсәк. Ә иртәгә оло йыйынға әҙерлек сиктәрендә “Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Унда ҡараласаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләшеү өсөн  студияға Бөтә Донъя Башҡорттары Конгресындағы башҡарма комитеттың Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаровты саҡырҙыҡ.

Фото №1 - Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда! Бөтәһе лә беҙҙән тора!

 

Ул ошо һорауҙарға яуап бирҙе. 

- Иртәгә үтәсәк ғилми практик конференция төбәк-ара кимәлдә ойошторола. Тимәк, Рәсәй субъекттарынан да вәкилдәр буласаҡ?

- Ғилми-практик конференцияның программаһында байтаҡ сығыштар билдәләнгән. Бер нисә секция эшләйәсәк. Төп темаларға туҡталғанда...

- Бөгөнгө баҙар шарттарында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ проблемаларын хәл итеүҙә социаль механизмдар тигән секция иғтибарҙы йәлеп итә. Мәсьәлә бар. Уны хәл итеү өсөн ниндәй реаль аҙымдар кәрәк? 

- Полиэтник төбәктә милли кадрҙар сәйәсәте тигән тема ла бик ҡыҙыҡлы. Беҙ йәштәргә һөнәри йүнәлеш бирә алабыҙмы? Быға ниндәй юлдар менән ирешергә мөмкин?

- Ислам мәғрифәте һәм тәрбиәһе. Бөгөн террористар ислам байрағы аҫтына йәшенеп, террор ғәмәле ҡыла. Уларҙы мосолман динен тотоусылар тип күрһәтергә тырышалар. Йәмғиәттең бер өлөшө был фекерҙе башына һеңдергән дә кеүек. Асылда, террористарҙың дине юҡ. Бер секцияның эше тулыһынса дини тәрбиә һәм белем биреүгә арнала булһа кәрәк.

- Бөгөн йәштәр әүҙемме? Улар республиканың, илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡайнап йәшәйме? Әллә күҙәтеүсе ролендә генәме?

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма советы эргәһендә эшләп килгән Йәштәр советы ниндәй эштәр атҡара? Мәғлүмәти ярҙам ғына күрһәтәме, әллә реаль ярҙам да бармы?

Әле IV бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайлана. Халыҡ улар алдында ниндәй бурыс ҡуя?

 

 

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями