Районда ниндәй ауылдар бар? Хакимиәт башлығы беләме?

  50 йыл эсендә мәктәптә география сәғәттәре ике тапҡырға кәмегән. Ни өсөн был фән буйынса дәрестәр ҡыҫҡартыла? Әллә беҙ артыҡ белемлеме? Бөгөн ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Әңгәмәсебеҙ - география фәндәре кандидаты Инбер Мөхәммәт улы Яппаров.

Фото №1 - Районда ниндәй ауылдар бар? Хакимиәт башлығы беләме?

 

Инбер Яппаров:

 

- География буйынса дәреслектәрҙә һәм өҫтәмә әсбаптарҙа йыш ҡына хаталар осрай. Ер-һыу атамалары хата менән яҙыла йәки бөтөнләй онотолоп ҡала. Мәҫәлән, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә торған бер китапта Рәсәй картаһынан Курил һәм Сахалин утрауҙары төшөп ҡалған. Карталарҙа ла хаталар булып тора. Мәҫәлән, Башҡортостан картаһында Ағиҙел йылғаһы Белая тип күрһәтелгән. Ә беҙ был етешһеҙлекте төҙәттек. Белая тигән атаманың эргәһенә йәйә эсендә Ағиҙел тип яҙҙыҡ. 

1 ноябрҙә буласаҡ тоталь диктантта етәкселәр, министрҙар ҡатнашһа бик яҡшы булыр ине. Был диктант улар өсөн мотлаҡ тип иҫәпләйем. Сөнки ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтары районда ниндәй ауыл барлығын, был төбәктә ниндәй ҡаҙылма байлыҡтар сығыуын да белмәй. Былай итеп киләсәккә барыу, илгә, республикаға инвестициялар йәлеп итеү мөмкин түгел. Ил күләмендә үткәрелгән акцияны география буйынса наҙанлыҡты кәметеү өсөн эшләнгән яҡшы аҙымдарҙың береһе тип ҡабул итәм.

 Тыуған илгә һөйөү, ереңде, һыуыңды яратыу географиянан башлана. Ата-әсәләр тәбиғәткә шешлек ҡыҙҙырырға ғына түгел, ә балаларын ундағы һәр ағас, һәр үлән, ҡош-ҡорт, йәнлек менән таныштырыр өсөн сыҡһын ине...

 

Әңгәмәне тулыһынса mp3 форматында тыңлағыҙ.

 

Шулай итеп, 1 ноябрҙә Рәсәйҙә география буйынса диктант үткәрелә. Был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 200-ҙән ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк. Дөйөм тема “ИЛЕМ - Рәсәй” тип атала. Мәскәү ваҡыты менән 14 сәғәттә география буйынса һорауҙарға онлайн режимда ла яуап бирергә мөмкин. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ике урында - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында диктант яҙырға була. 12 сәғәттә башлана. 25 күнегеү ҡаралған. 45 минут ваҡыт бүленә. Уңыштар! 

Белешмәләр өсөн телефон: 8-917-340-54-40 һәм 8-960-804-56-20.                 

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ