"Бурыслы, бурысыңды түләнеңме? Улайһа, беҙ һиңә юл тоттоҡ!" Суд приставы

Фәлән-фәлән төбәктә суд приставтары бесәйгә арест һалған! Беҙ суд приставтары эшенән ҡәнәғәтме? Ә улар беҙҙән? Миллионлаған бурыслыларҙы ниндәй яза көтә? Суд приставтары күҙәтеүе аҫтында: алимент, штарфтар, торлаҡ өсөн түләүҙәрҙе, кредит, һалым, йәнә ниндәй йүнәлештәр буйынса түләмәүселәр? Уларҙың ниндәй мөлкәткә арест һалырға хоҡуғы бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бөгөнгө "Асыҡ студия"ла.

Фото №1 - "Бурыслы, бурысыңды түләнеңме? Улайһа, беҙ һиңә юл тоттоҡ!" Суд приставы

 

Эксперт - Рәсәй буйынса Башҡортостан суд приставтары хеҙмәтенең махсус документтар башҡарыу бүлеге начальнигы,  өлкән суд приставы Ғәлимйән Мәһәҙиев.

 

- Суд приставтары алдында һәр ваҡыт бер үк төрлө бурыстар торамы? Әллә улар ҡатмарлаша барамы? Был нимә менән бәйле?

- Приставтар өсөн төп кәртә - бурыстарын түләмәүселәр, законға буйһонмаусылармы,әллә закондарҙың камиллығы аҡһауындамы?

- Бөгөн суд приставтарынан кемдәр ҡасып йөрөй? Һәм ниндәй йүнәлештәр буйынса? Һандар бармы? (Алименттар, штрафтар һ.б айырым-айырым). 

- Был һөнәрҙең төп ауырлығы-төрлө контингент менән эшләүҙәме?

- Ә эш хаҡы? Кадрҙар мәсьәләһе? Бөгөн был хеҙмәттә эшләү өсөн офицерҙар ғына алына. Ә юристар ошондай шарттарҙа, эш хаҡына унда эшләргә ризамы? Һирәктәрҙер, моғайын?

- Суд приставтарының бөгөн халыҡ алдында абруйы ниндәй? Уларҙан ҡурҡалармы? Ҡурҡыу булырға тейеш бит?

- Әгәр шунсама кеше бурысынан ҡасып йөрөй икән, ул суд ҡарарын һәм хоҡуҡ вәкилдәрен һанға һуҡмай тигән һүҙ. Нимә эшләргә?

- Нимә эшләргә тейеш түгел суд приставтары? Улар нимәгә хоҡуҡһыҙ?

- Ниндәй осраҡта ул законды боҙған тип иҫәпләнә? Ҡайҙа хата ебәрә ала?

- Ә бурыслыға ҡарата ниндәй хоҡуҡтары бар? Ишеген емерергә, мөлкәтенә арест һалырға һб.һб.

- Бөгөн суд приставтары хеҙмәте ниндәй үҙгәрештәр алдында тора?

- Халыҡ бурыстарын киләсәктә түләһен, үтәһен өсөн бөгөн ниндәй төп талап ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләйһегеҙ?

- Суд присавтарын һаҡлаусы-яҡлаусы закондар?

- Һөнәри байрамға әҙерлек?

 

Шылтыратыусы: Танышыма 50 мең аҡса биреп торғайным, судҡа бирҙем, суд приставтары артынан йөрөмәй. Ул ҡатын Мәскәүҙә йәшәй. 

ГС: 50 мең өсөн суд приставтары Мәскәү йөрөрмө? 

ҒМ: Йөрөй, әлбиттә, йөрөй. Ҡарар бар икән, ул үтәлергә тейеш! 

Шылтыратыусы: ни өсөн суд приставтары шул тиклем тупаҫ ҡылана? 

ҒМ: Был һирәк күренеш. Ундайҙар бар икән, язаһын аласаҡ. 

ГС: Тимәк, зыян күреүсе ялыу менән идаралыҡҡа мөрәжәғәт итә ала. Тик иҫбатлаусы дәлилдәр булырға тейешме?

ҒМ: Ниндәй осраҡта ла мөрәжәғәт итһендәр. 

ГС: Бөгөн Башҡортостанда алимент түләмәй ҡасып йөрөүсе 26 мең кеше иҫәпләнәме?

ҒМ: Суд приставтарында алиментар буйынса 126 мең эш ҡарала. Эскән килеш эләгеп, коммуналь хеҙмәт түләүҙәре, һалым, юл штрафтары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса бурыслылар етәрлек. 

Г.С: Әгәр түләргә аҡсаһы, эше-ашы юҡ, өйөндә берҙән-бер бесәйе, йә һыуытҡысы ғына бар икән…?

ҒМ: Әгәр ҙә түләргә аҡсаһы юҡ, тартып алырға мөлкәте юҡ икән, уны физик эштәргә ҡушырға була. Енәйәт эшен дә ҡуҙғатабыҙ, 15 тәүлеккә лә ябабыҙ. Штраф күләме арттырыла. Банк карталарын блокировкалайбыҙ, иҫәптән аҡсаһын күсереп алабыҙ. Ишектәрен дә емереп инә алабыҙ. Бурысын түләмәйем тип ишек артында йәшенеп ултыра алмаясаҡ бер кем дә. 

ГС: Берҙән-бер йортонан ҡыуып сығарырға ярамай….?

ҒМ: Һәм көнкүреш ҡулланыу әйберҙәрен, ризығын тартып алырға ярамай. 

ГС: Тик коллекторҙар менән….

ҒМ: Һис шикһеҙ! Суд приставтары менән коллекторҙарҙы бутарға ярамай. 

Шылтыратыусы: Бер апайға поручитель булып барҙым. Суд приставтары менән полиция өйгә килеп инделәр ҙә рөхсәт тә һорамай, аяҡ кейемен дә сисмәй, телевизорға барып тотондолар. 39 градус температура менән ауырып ятам, янымда йәш балам бар ине….

ГС. 39 градус температураның законға ҡыҫылышы юҡ….Документтарын да күрһәткәндәрҙер…

ҒМ: Тупаҫлыҡтары өсөн йәнә ғәфү үтенәм, ә поручитель булараҡ ҡағыҙға ҡул ҡуйғанһығыҙ икән,түләргә тейешһегеҙ, суд приставтары законға ярашлы эшләй. 

Суд приставтары эшмәкәрлеге тейешле кимәлдә башҡарыла. 

 

Тулы тапшырыу: 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
БАШКОРТТАР-БСТ