Барыһы ла халыҡ өсөн!

Студия ҡунағы - Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев. 

Фото №1 - Барыһы ла халыҡ өсөн!

 

Һорауҙар:

 

- Бөгөн башҡаланың бар райондарына ла хас бер үк проблемалар бар. Әммә гараждарҙы ҡуҙғатыу, күсереү тап Совет районынан башланды? Был мәсьәлә бөгөн дә актуаль? 

- Улар урынына нимәләр төҙөү планлаштырылған? Проекттар әҙерләнме? Йә парковка урыны, йә балалар майҙансығы буласаҡ? 

- Әгәр ҙә беҙ тәртип һәм хәүефһеҙлек хаҡында һүҙ алып барабыҙ икән, ҡар һәм боҙлауыҡ тигән тәбиғәт күренештәренән ситкә тайпыла алмайбыҙ.

Түбәләрҙән кеше һәм машина баштарына төшкән ҡар, уны нисек түбәләрҙән шулай урамдарҙан таҙартып өлгөрмәгән торлаҡ-хужалыҡ идаралыҡтарры-бының өсөн һөҙөмтәлә район хакимиәте башлығына яуап бирергә тура килә? 

 

- Күптән түгелге хәл-түшәмдән төнө буйы эҫе һыу ағып тороп, жэу килмәне…..

- Халыҡты борсоған һорауҙарҙың тап жэу, урамдар-подьездарҙағы бысраҡлыҡ, тәртипһеҙлек менән бәйле булыуы аңлашыла. Сөнки халыҡтың был хеҙмәттәргә күптән инде көсө етмәй. Теге яҡ был яҡты үҙ арттарынан йыймау менән ғәйепләргә күнеккән, ә йорттарҙа йәшәүселәр ни өсөн ни өсөн түләгәнен аңламай? 

- Иҫке йорттарҙан яңыларына күсереү ҙә мөһиим һорау булып ҡала. Ундай йорттар Совет районында күпме әле? 

- Бөгөн ниндәй йорттар, учреждениелар ҡышҡылыҡҡа авария хәлендә инә? Балалар баҡсалары, мәктәптәр, бәлки, хатта? Һәм ниндәй сәбәптәр менән? 

- Юлдар мәсьәләһе йыл әйләнәһенә актуаль. Светофорҙар, зебралар етмәүе, соҡор-саҡыр, насар асфальт-улар менән көрәшеү мөмкин дә түгел? 

-Ябай тел менән әйткәндә, быларҙың барыһын да ремонтларға, төҙөкләндерергә аҡса юҡ? 

- Әммә һеҙ креатив, заманса ҡарашлы башлыҡ булараҡ ниндәйҙер стратегик планлы уй-ниәттәр йөрөтәһегеҙ һәм улар өлөшләтә булһа ла тормошҡа ашырға тейеш? 

- Унан һуң хәүефте ҡараңғы урамдар, полиция һәм медицина хеҙмәттәренең тейешле кимәлдә әүҙем эшләмәүе лә тыуҙыра.

 

- Полиция ҡала хакимиәтенә буйһонмай…Комплексы эш етмәй ҡайҙа ла? Халыҡ дружинниктары эш башланы?

- Инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһе лә… 

- Ниндәй конкрет үҙгәрештәр көтә хәүефһеҙлек һәм тәртип яғынан Совет районы халҡын?

Яуаптар - тапшырыуҙың mp3 вариантында. 

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ