Академик Фәнил Фәйзуллин: "Иҡтисади көрсөктән бигерәк рухи көрсөк ҡурҡыныс"

21 ноябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә дүртенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Оло йыйынға ниндәй өмөттәр бағлана? Милләт, тел, ер мәсьәләләрен хәл итеү юлдары табылырмы? Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап ниндәй эштәр атҡарылырға тейеш? Ошо һорауҙарға бөгөнгө программала яуап эҙләрбеҙ.

Фото №1 - Академик Фәнил Фәйзуллин: "Иҡтисади көрсөктән бигерәк рухи көрсөк ҡурҡыныс"

Беҙҙә ҡунаҡта – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм социология фәндәре докторы, профессор, академик Фәнил Фәйзуллин.

- Әле район һәм ҡалаларҙа, ил төбәктәрендә башҡорт ҡоролтайҙары ултырышы үтә. Дүртенсе форумға делегаттар һайлана. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ғауға ла ҡубып ала, шикелле?

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ышаныс юғалтыусылар ҙа бар? Бер-берһенә ҡаршы килгән эреле, ваҡлы ойошмалар һәм хәрәкәттәр ҙә барлыҡҡа килде. Дүртенсе ҡоролтай бөтә милләтте берләштерә алырмы?

- Оло йыйында милли мәсьәләләр күтәреләсәк. Ул элек тә иғтибар үҙәгендә булды. Шуға ҡарамаҫтан илебеҙҙең күп кенә төбәктәрендә һаман да башҡорт теле уҡытылмай. Ғөмүмән, милли мәғариф ауыр хәлдә. Нисек хәл итергә?

- Ер - байлығыбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә. Был мәсьәлә лә уртаға һалып һөйләшәсәк проблемалар араһында буласаҡтыр?

- Пай ерҙәрен нисек эшкәртергә? Урындағы үҙидараның эшенән бөтөнләй ҡәнәғәт түгелмен тип яҙа беҙгә Камил исемле радиотыңлаусыбыҙ. Ниндәй яуап бирерһегеҙ?

- Ҡоролтайҙа “2025 йылға тиклем Рәсәйҙең дәүләт милли стратегияһы”н ғәмәлгә ашырыу, 2016–2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” дәүләт программаһының үтәлеше лә ҡараласаҡ. Бындай программалар барлығын, ундағы йүнәлештәрҙе ябай халыҡ беләме һуң?

- Милли стратегия тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡыҙыу ғына бәхәстәр булып алды. Әммә әле барыһы ла онотолдо. Был стратегияла башҡорт халҡының мәнфәғәттәре күҙ уңында тотоламы?

- Өсөнсө ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡайһы ҡарарҙар үтәлмәне тип иҫәпләйһегеҙ?  Беҙ ниндәй эштәрҙе атҡарманыҡ, ҡайһы хаталарҙы төҙәтмәнек?

- Ҡоролтай күберәк милли байрамдар ойоштороу, милли мәғарифты үҫтереү менән шөғөлләнә түгелме?  Милли эшҡыуарлыҡҡа нығыраҡ иғтибар бирергә, иҡтисадты үҫтерергә, ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырырға, эшһеҙлекте кәметергә кәрәк тип иҫәпләй Ләйсән исемле тыңлаусыбыҙ.

- Ҡоролтай күңел асыу урыны, байрам кеүек ҡабул ителә. Һөйләшәләр-һөйләшәләр ҙә, таралалар һәм барыһы ла онотола, ҡағыҙҙа ғына ҡала. Эшлекле һөйләшеүҙәр булһын ине оло йыйында. Был Заһир Исламовтың фекере.

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты эшләмәй. Төбәктәрҙәге ҡоролтайҙар ҙа исем өсөн генә. Байрам үткәрәләр ҙә, шуның менән тамам. Мөһим ҡарарҙар үтәлмәй, саралар күрелмәй, эш бармай тигән ҡарашта Мөслим Хамматов. Ул беҙгә Ҡариҙел районынан шылтыратты. Ошондай һүҙҙәргә яуабығыҙ.

- Ҡоролтай һәм дәүләт власы йәки муниципаль органдар араһындағы мөнәсәбәт ҡыҙыҡһындыра. Ҡаршылыҡтар күберәкме, әллә ярҙаммы?

- Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә проблемалар байтаҡ. Уларҙы хәл итеү ҡулдан киләме? Мәҫәлән, Пермь крайының күп кенә төбәктәрендә башҡорт теле уҡытылмай икән. Был турала беҙгә край башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

- Һуңғы 20 йылда башҡорт халҡы күпмегә артҡан? Арсен, Бөрө ҡалаһы.

- Туған телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә. Һәр кем әсә телен хөрмәт итергә бурыслы. Дәүләт хеҙмәтенә алғанда етәкселәр һынау тоторға тейеш. Башҡорт телен белмәй икән, Башҡортостанда эшләмәһендәр. Мәҙинә, Бөрйән районы.

- Татарҙар Президент атамаһын һаҡлап ҡалырға тырыша. Ә беҙ шунда уҡ үҙгәрттек тә ҡуйҙыҡ. Ни өсөн халыҡтың фекерен һорашманығыҙ? Рәмилә, Өфө ҡалаһы.

- Дүртенсе Ҡоролтай өмөттәрҙе аҡлармы?

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»