Беҙҙе өмөт йәшәтә

“Юлдаш” каналын тыңлаусылар араһында һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең байтаҡ булыуын беләбеҙ. Күп ваҡытын өйҙә үткәрергә мәжбүр кешеләр өсөн радио мәғлүмәт сараһы ла, күңел йыуанысы ла. Улар беҙгә шылтыратып, һөйөнөстәре менән уртаҡлаша, проблемалары тураһында һөйләй. Мәҫәлән, күреү һәләтен юғалтҡандарҙы ниндәй мәсьәләләр борсой? Йәмғиәт уларҙы ситкә типмәйме? Бөгөн иғтибар үҙәгендә ошо һорауҙар.

Фото №1 - Беҙҙе өмөт йәшәтә

Әңгәмәселәребеҙ - Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы белгесе Флүзә Янбулатова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Нәбиуллина, республиканың һуҡырҙар китапханаһы директоры Айгөл Әминева.

 

- 13 ноябрҙә бөтә донъя һуҡырҙар көнө билдәләнде. Һандарға ҡараһаҡ, Рәсәйҙә күреү һәләтен юғалтҡан, йәки насар күргән кешеләр 280 мең самаһы. Улар өсөн уҡыу йорттарында белем биреү, эшкә урынлаштырыу, спортҡа ылыҡтырыу буйынса федераль программалар эшләй. Был – мәғлүмәт кенә. Ул ысынбарлыҡҡа тап киләме?

- Бөгөн Өфөлә, Башҡортостанда күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр ниндәй предприятиеларҙа эшләй? Совет осорондағы кеүек махсус ойошмалар бармы?

- Күреү һәләтен юғалтҡандар хеҙмәт баҙарында ниндәй эш атҡара ала?

- Кешеләрҙе эшкә йөрөтөү өсөн автотранспорт бармы, әллә улар үҙ яйы менән киләме?

- Мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе социаль реабилитациялау алып барыламы?

- Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ниндәй проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша?   

- Айгөл Рафаил ҡыҙы, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе әүҙем социаль тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында күп эш башҡараһығыҙ. Һеҙ етәкләгән китапхана күреү һәләтен юғалтҡан замандаштарыбыҙ өсөн йәмәғәт үҙәге булып ҡала. Улар унда бер-береһе менән осраша, аралаша, белем ала. Бөгөн махсус китапхана ҙур үҙәк иҫәпләнә. Филиалдарығыҙ ҙа бар. Китап уҡыусыларҙың һаны күпмегә етте. Халыҡ әүҙем йөрөймө.

- Китапхананың фондын байытыу көнүҙәк мәсьәләләр рәтендәлер. Брайль системаһы буйынса китаптар сығарыу, аудиотаҫмала һәм электрон сараларҙа “тауышлы” китаптар яҙҙырыу эше нисек атҡарыла? Ҡыйынлыҡтар юҡмы?

- Күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр өсөн тәғәйенләнгән китапхана ниндәй заманса ҡорамалдар, техника менән тәьмин ителгән? Һуҡыр кешеләр компьютерҙа эшләй аламы?

- Һуңғы йылдарҙа беҙ уңайлы мөхит, тиң мөмкинлектәр тураһында күп һөйләйбеҙ. Ошо йәһәттән башҡарылған эштәр ҙә байтаҡ кеүек. Һеҙҙеңсә, улар тейешле кимәлдә атҡарыламы?

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями