Илдар Ғәбитов: "Мигранттарҙы кәметергә кәрәк!"

2014 йылдың көҙөнән алып 2015 йылдың башына тиклем хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу арҡаһында илдә эшһеҙҙәр һаны артыу күҙәтелгән. 2015 йылдың яҙында Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле 5,4 процент булған. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 64 төбәктә хәл ҡатмарлы ҡала. Был исемлектә - Ямал-Ненец, Ханты-Мансы автономиялы округы, Әстрәхан, Ҡурған, Сахалин өлкәһе, Алтай, Саха, Тыва республикаһы. Йәһүд (Еврей) автономиялы өлкәһендә, Мордва, Ҡалмыҡ, Чечен, Төнъяҡ Осетия республикаларында, Магадан, Брянск, Курск, Кострома өлкәләрендә эшһеҙҙәр һаны бер ни тиклем кәмегән.

Фото №1 - Илдар Ғәбитов: "Мигранттарҙы кәметергә кәрәк!"

 

- Рәсәйҙә 3 ноябрҙән алып 11 ноябргә тиклем рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны  0,5 процентҡа артҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны күпме? Иң юғары эшһеҙлек кимәле ҡайһы төбәктәрҙә?

- Шуны асыҡлап китәйек әле. Рәсми эшһеҙҙәр була. Шулай уҡ эшләргә теләмәгән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бар? Быны беҙ таныйбыҙмы? Уларҙы ла эше булмаған кешеләр тип һанаһаҡ аталған һандар ысынбарлыҡҡа тап килмәй  түгелме?

- Белгестәр эшһеҙҙәр һанын халыҡтың иҡтисади яҡтан әүҙем өлөшөнән сығып иҫәпләй. Ә халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының үҙ ысулы бар.

- Эшһеҙҙәр һанының артыуы ил иҡтисадына ниндәй йоғонто яһай?  

- Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары эшһеҙ булып рәсми теркәлгәндәрҙең һаны кәмей, ә эш урындары артҡандан-ара бара тип билдәләй. Был күренеште нисек аңлатырға була?  

- Рәсәй мигранттар иҫәбе буйынса донъяла икенсе урында. 11 миллион сит ил кешеһе беҙҙең илгә эш эҙләп килә. Гастарбайтерҙарға эш бар, ә беҙҙекеләргә юҡ. Рәсәй хөкүмәте беҙҙә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ ҙур, ти.

- Рәсәй иҡтисады өсөн гастарбайтерҙар кәрәкме?

- Мигранттарҙың хеҙмәтен чиновниктар ҙа, полиция ла, бизнес һәм беҙҙең һәр беребеҙ ҙә ҡуллана түгелме? Төҙөлөш өлкәһен генә алып ҡарайыҡ. Унда мигранттар...

- Бары баҙар механизмы ярҙамында ғына эшһеҙлектән арынып булмаясағы көн кеүек асыҡ. Был хәлде дәүләт үҙе көйләргә бурыслы. Ә бөгөн предприятиеларҙа эш урындары ҡыҫҡартыла, эш хаҡтары кәмей, улар буйынса бурыстар арта. Хөкүмәт ҡайҙа ҡарай һуң?

- Эшһеҙлектән нисек ҡотолорға? Сөнки был мәсьәлә туранан-тура илдең тороҡлолоғона бәйле. Был һаҙлыҡтан сығыуҙың реаль юлдары бармы?

 

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов һәм Өфө ҡалаһы Калинин районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Нуриман Аҙнағолов яуап бирҙе.

 

 

 

 

 

 

 

  

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Пенальти