Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта туризм өлкәһе буйынса белгес Рәсимә Ниғмәтуллина.
- Бөгөнгө туризм өлкәһендәге хәлдәр. Ҡайҙа барырға ярамай, ҡайҙа рөхсәт?
- Паникамы?
- Ҡайҙа күпләп баралар?
- Таиландта һыу баҫыу мәлендә, хатта Рәсәйҙән килгән туристарҙың күбәйеүен аптырап һөйләнеләр. Экстрим яратыусылар? Тимәк уларҙы тыйып ҡына туҡтатырға мөмкин?
- Страховка мәсьәләһе.
- Ҡояшта яныу, ашау мәсьәләһе….Ағыуланыу.. -Тур агентлыҡтар көтөлмәгән йә көтөлгән хәлдәргә иҫкәрмәләр бирәме?
- Юл-транспорт ваҡиғаларында хәл асыҡ, аңлайышлы һымаҡ, күпселектә ғәйеп водителдәрҙә. Ә диңгеҙҙә, океанда батыуҙар? Акваланг менән рөхсәт ителмәгән урында сумыу, әллә ҡайҙарҙан һикереү, беҙҙең халыҡ экстремал әйберҙәр ярата. Әммә һәр саҡ туристар ғәйеплеме?
- Диңгеҙҙең бар икәнен белмәй 10 көн буйы отелдән сыҡмай байрам итеп ятҡандар хаҡында һөйләгәндәр ине?
- "Гроза россияс" тип яҙа беҙҙең хаҡта көнбағыш матбуғаты. Ҡара трассалар буйлап ел менән уҙышабыҙ, алтаулап ике кешелек ҡар саналарында елдерәбеҙ, Аврора атҡандай ҡеүәт менән фейерверктар осорабыҙ. Уңға-һулға аҡса туҙҙырабыҙ. Ә страховкала экономиялайбыҙ?
- Арзан хаҡҡа юллама - буш сыр сысҡан тоҙағында ғына буламы?
- Ниндәй турагентлыҡтар шик уятырға тейеш? Ни өсөн һеҙ теләгән отель булмай сыға, ундай осраҡтар ҙа бар? Хеҙмәтләндереү түбән кимәлдә.
- Ҡул аҡсанан башҡа банк картаһы булыуы яҡшы?
-Бөгөн халыҡ ҡайҙа күберәк юллама ала?
- Шенген илдәре өсөн виза тураһында ла бер нисә һүҙ.
Һәм башҡа һорауҙар. Уларға яуап - беҙҙең тапшырыуҙа.