Хуш киләһең, Ҡоролтай!

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Хуш киләһең, Ҡоролтай!

 

- Ифрат ҙур, һис шикһеҙ мөһим, бик етди сара - Бөтә донъя башҡорттарының яңы тарихтағы сираттағы, дүртенсе, Ҡоролтайы алдындабыҙ. Төп өлөшө иртәгәгә планлаштырылыуға ҡарамаҫтан уны бөгөн үк башланды, тиергә лә мөмкин: делегаттарҙың күпселеге Өфөлә инде, мәҙәни программа ла ҡаралған. Һәм был да - файҙаға, әлбиттә, - айырыуса ҡырҙа йәшәгән милләттәштәребеҙгә, сөнки тыуған ерҙең һауаһы ла ғәзиз, туған телде, туған моңдо ишетеү кешенең рухи көсөн нығыта. Үткән быуат аҙағындағы - быныһы башындағы тәүге ҡоролтайҙар, әйткәндәй, тап ошо миссияны үтәне лә бит. Артабанғы ҡоролтайҙарҙың инде  эшлеклерәк төҫ ала барғанын беләбеҙ. Был юлы ла шундай маҡсат ҡуйылған. Ҙурҙан алғанда, башҡорт телен үҫтереү, милли мәғариф, ер менән файҙаланыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте мәсьәләләре үҙәккә сығарылыр тип көтөлә. Ғәҙәттегесә, пленар ултырыш, секцияларҙа эш буласаҡ. Ойошманың уставы ла үҙгәртелер, моғайын.

    Бөгөнгө тапшырыуҙы беҙ бөгөн түңәрәк өҫтәл тирәләй һөйләшеү рәүешендә эшләргә ҡарар ҡылдыҡ һәм унда республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ вәкилдәрен: Пермь крайы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәновты, Ҡырымдағы "Иҙел-Урал" башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Даларис Ғимран улы Имелбаевты, ошо ойошма ағзаһы Рәйлә Мырҙагилде ҡыҙы Имелбаеваны һәм Марий Иле Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһындағы башҡорт ҡоролтайы башлығы Муса Солтанморат улы Нурдәүләтовты саҡырҙыҡ.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ