Әҙәби тел һәм диалекттар мөнәсәбәттәре тураһында

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Әҙәби тел һәм диалекттар мөнәсәбәттәре тураһында

 

- Был көндәрҙә йәмғиәттә ил-көн, рух мәсьәләләре үҙәктә һәм уларҙың уртаға сығыуы тәбиғи ҙә: беренсенән, халыҡ-ара хәл уйлыны ул уйға һалмай ҡалмайҙыр, әлеге рух ныҡлығы тап бына ошондай саҡтарҙа беленә, һынала ла инде, икенсенән, хәбәрселәр теле менән әйткәндә, ҙур мәғлүмәти һылтау, нигеҙ ҙә булды - Өфөлә ҡоролтай үтте, ә уның төп маҡсаты, ҙурҙан алғанда, ана шул олуғ, ғайәт мөһим мәсьәләләр буйынса кәңәшләшеү, фекер төйнәү, яҡын да, алыҫ та киләсәккә ҡарарҙар ҡабул итеү бит.    Ҡоролтай, башҡа ҙур саралар ише үк, көнө-сәғәтендәге төп саралар менән генә әһәмиәтле булманы, уны алдынан үткән эштәр ҙә байытты. Әйтелеүенсә, һуңынан да, мәҫәлән, бөгөнгөсә, киң мәғлүмәт саралары аша, дауам һүҙе, башҡарыу һүҙе, үтәү һүҙе кәрәк. Алдынан тигәндә әле беҙ 20 ноябрҙәге сара - "Рәсәй халыҡтары диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре" тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһын күҙҙә тотабыҙ. Уның, беренсенән, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына, икенсенән, филология фәндәре докторы, профессор, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинованың юбилейына арналғаны асыҡ белдерелде. Һәм быны йәмғиәт бик хуплап ҡаршы алды.

Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ