Төп урында - КЕШЕ

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Төп урында - КЕШЕ

 

     - Бөгөн Өфөлә ижтимағи-сәйәси йәһәттән ифрат мөһим, мәртәбәле сара - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы уҙҙы, ә унан алда депутаттар алдында республика башлығы Рөстәм Хәмитов йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Бөгөнгө "Асыҡ студия"ла төп һүҙ - ошо турала булыр ҙа.

      Йәнә лә республика хөкүмәтенең Премьер-министры тәғәйенләнде. Был вазифаға Рөстәм Мәрҙәновты ҡуйыуға парламентарийҙар бер тауыштан ризалыҡ бирҙе. Уның ошоғаса премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары булғанын беләбеҙ, ә Рөстәм Хәмитов 2012 йылдың авгусынан алып республика башлығы һәм хөкүмәт рәйесе йөгөн бергә тартты.

      Мөрәжәғәтнамәлә республика башлығы тәүҙә үткән биш йылдағы эшмәкәрлеккә туҡталды, быны күрһәткән тәғәйен һандарҙы атаны, күп тармаҡтарҙа үҙгәрештәр тормошҡа ашҡанын белдерҙе: «С 2010 года промышленность Башкортостана выросла на 40 процентов, инвестиции – в два раза, достигнув почти 300 млрд рублей, валовый региональный продукт – на 80 процентов, до 1 трлн 400 млрд рублей. Число новых предприятий – больших и малых – увеличилось более чем на 7,5 тысяч. Создано свыше 60 тысяч новых рабочих мест, безработица сократилась в 1,7 раза. Доходы консолидированного бюджета возросли почти на 40 процентов – со 120 до 166 млрд рублей. В полтора раза вырос внешнеторговый оборот. Улучшился инвестиционный климат. Сегодня в республике реализуются около 120 проектов с объёмом инвестиций более 700 млрд рублей, что позволит дополнительно ввести свыше 45 тысяч новых рабочих мест".

      Социаль бурыстарҙы үтәү тәңгәлендә лә етди аҙымдар яһалған. Уртаса эш хаҡы һәм халыҡтың килеме 2010 йылдан алып бер ярым тапҡырға артҡан. Тыуым 5 ярым мәртәбәгә күтәрелгән. Былтыр 2 миллион 600 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был республиканы Волга буйы федераль округында - беренсе, тотош илдә - бишенсе урынға сығарған. Балалар баҡсаларына сираттар бөтөүгә яҡын: «За пять лет создано более 50 тысяч дополнительных мест, в том числе построено 85 детских садов более чем на 12,6 тысячи мест."

      Дәүләт хакимлығы төп маҡсат итеп лайыҡлы тормош кимәлен булдырыуҙы ҡуя, иғтибар үҙәгендә - кеше. Шулай булыуға ҡарамаҫтан демографик хәл насарая башлаған: «Основными причинами отрицательной динамики являются общий тренд на снижение рождаемости, уменьшение количества людей родительского возраста, продолжающееся избыточное техногенное давление на окружающую среду, недоработки системы здравоохранения".

      Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, демографик хәл ауылда ла хөртәйә. Унда ғүмер оҙонлоғо кәмей, үлемдәр йышая. Хәлде төҙәтер өсөн, Рөстәм Зәки улының белдереүенсә, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк.

   Халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә лә атҡараһылар күп, юғиһә былтыр Башҡортостандың хеҙмәт ресурстары, төрлө сәбәптәр арҡаһында, 13 мең кешегә әҙәйгән: «Правительство республики прошу подготовить комплексный план мероприятий по сохранению у нас квалифицированных специалистов и привлечению востребованных кадров из других территорий. Нужно на межведомственной основе продумать механизмы стимулирования возвращения выпускников вузов, обучавшихся за пределами Башкортостана".

      Бөгөнгө йәмғиәттә, юғары белемгә ынтыла барып, эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерелгәне хәҙер инде аныҡ билдәле һәм был да хөкүмәттең иғтибар үҙәгенә һаман сыға барырға тейеш.

      Башҡортостан - ауыл хужалығы төбәге лә. Был тармаҡтағы хәл шуға күрә күп нәмәләр тураһында һөйләй. Уға аҡса һалына, әммә алынған табыштың ҡәнәғәтләндереүе тураһында әйтергә иртәрәктер, был йәһәттән яңыса ҡараш талап ителә. Һәм әлеге ваҡытта агросәнәғәт комплексын реформалау буйынса стратегик план эшләнгәне мәғлүм. Хөкүмәткә уны тиҙерәк тамамларға һәм 2016 йылдан бойомға ашыра башларға ҡушылды: «Сегодня в отрасли реализуются важные государственные программы. Инвестиции в неё выросли почти вдвое – с 4,2 млрд рублей в 2010 году до 7,8 млрд рублей в прошлом. Дополнительно на господдержку аграриев ежегодно направляется более 6 млрд рублей. Идёт техническое переоснащение, в отдельных муниципалитетах реализованы крупные проекты, обновляются хозяйства, сельхозпредприятия. Тем не менее, нужно признать, что прежние экстенсивные подходы к реформированию АПК себя исчерпали".

      Төҙөлөш өлкәһенә лә ҙурыраҡ иғтибар кәрәк, торлаҡты осһоҙайтыу маҡсаты ҡуйылды, юғиһә бында монополия көслө, һөҙөмтәлә хаҡ юғары тотола. Бының менән намыҫһыҙ төҙөүселәр файҙалана - ышаныусан кешеләрҙе йәнәһе лә арзан квадрат метрҙар менән алдай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был йәһәттән күҙәткене арттырырға тейеш.

      Тапшырыуҙы артабан әңгәмә менән дауам итәбеҙ.

Студия ҡунаҡтары - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, уның мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм һалымдар кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәл Ғәлимова.

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии