Ауырлыҡтар бар, ләкин улар үтеп сығырлыҡ

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ауырлыҡтар бар, ләкин улар үтеп сығырлыҡ

 

- Студия бөгөн һис шикһеҙ ҙур ижтимағи-сәйәси мәсьәлә - президент Путиндың  Федераль Йыйылышҡа быйылғы, бөгөнгө   мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышыу өсөн асыҡ.

   Мөрәжәғәтнамәләрҙең совет осоронда булмағанын беләбеҙ шулай булһа ла ижтимағи-сәйәси тормошҡа ул, беҙҙеңсә, тиҙ генә, еңел генә инеп китте. Һәм был президенттың хоҡуғы ғына түгел, ә бурысы ла - Конституция ҡуша. Йәнә бер үҙенсәлек - мөрәжәғәтнамәләрҙе тыңларға Федераль Йыйылыштың ике палатаһы бергә саҡырыла, башҡаса улар бер ниндәй сарала ла былай ҡатнашмай.

   Мөрәжәғәтнамә рәсми рәүештә Федераль Йыйылышҡа тип төбәлһә лә, ысынында тотош халыҡҡа тиергә мөмкин һәм кәрәктер, моғайын, сөнки ул, йылдағыса, телевидение, радио аша тура трансляцияланды, Интернет-сайттарҙа төп белдереүҙәр телеграф стилендә хәбәр ителә барҙы. Йәнә лә, быйыл да шуға иғтибар ҡылдыҡ: ҙур сәйәси сараларҙы Путин гел кесе йомаларҙа уҙғара. Был,  тапшырыуҙың байтаҡ йылдар алдағы архивына күҙ һалғанда ла, асыҡ  күренә. Былтыр  4 декабрҙә үткәнен иҫләйбеҙ һәм унда ил етәксеһе Украина, санкциялар, кесе эшҡыуарлыҡ, һалымдар тураһында һөйләне. Президенттың сығышында юл мәсьәләһе иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте.

   Быйылғы мөрәжәғәтнамәгә лә иғтибар мул булды, ул көтөлдө, сөнки Рәсәйҙең артабан нисек йәшәргә тейешлеге - хәҙер ҙур мәсьәлә, йәмғиәт дәүләт хакимлығынан ниндәйҙер тәҡдимдәр, план, ниәттәр, юлдар, ысулдар ишетергә теләне. Донъялағы һәм илдәге иҡтисади, өлөшләтә - сәйәси ҙә, көрсөккә яуап талап ителә ине. Мәҫәлән, Төркиә менән мөнәсәбәттәр бик ҡатмарлы бит, ошоғаса ара ныҡ һәйбәт булды һәм, билдәле сәбәп арҡаһында, ҡапыл насарайҙы, нишләргә? Илдәге иҡтисади хәл дә бит халыҡты борсоуға һала, был шарттарҙа уға дәүләттән нимә көтөргә? Инфляция, Рәсәй һумы курсы төшөүе, реаль табыштың кәмеүе һәм башҡалар. Коррупция тигән бәлә лә бар.

   Инеш һүҙ ошоноң менән тамам. Ә төп өлөштө беҙ радиокүпер итеп ойошторорға булдыҡ.  Бының өсөн матбуғат ветераны, Башҡортостан Журналистар берлегенең яуаплы сәркәтибе Фәнил Ҡоҙаҡаевты саҡырҙыҡ. Йәнә лә Сибайҙан Башҡорт дәүләт университетының ундағы институтындағы юридик факультет деканы, сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов һәм билдәле журналист, "Салауат" редакция-нәшриәт комплексы директоры Сибәғәт Рахманғолов әңгәмәлә телефон аша ҡатнаша.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии