Пенсиялар, ниндәй улар?

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Пенсиялар, ниндәй улар?

 

- Пенсия тигәндә тәү нәүбәттә тәғәйен ике нәмә алға сыға хәҙер: уның әлеге ваҡыттағы күләме һәм киләсәктә йәше арттырылыуы мөмкинлеге. Йәғни хаҡлы ялдағылар, күпселек уның әҙлегенә һуҡрана, хаҡлы ялға әҙерләнеүселәр әлегесә 55 менән 60-та ҡалһын ине, тип теләй. Әйткәндәй, мәсьәлә, тәғәйен тиһәк тә, әллә ни улай ҙа түгел. Сөнки, мәҫәлән, әҙлеккә килгәндә, нимә менән сағыштыраһың бит: һаман күтәрелә барған хаҡтар менән йәнәш ҡуйһаң - шулайҙыр, ә ҡайһы бер һөнәр эйәһенең, кем әйтмешләй, өс бөртөк эш хаҡы янына һалһаң, байтаҡ та килеп сыға.

   Пенсияға сығыу йәшен дә сағыштырыу ысулы менән баһалай алабыҙ. Уның беҙҙең илдә иң түбән икәнен беләбеҙ: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55, ир-атҡа 60 йәш 1932 йылда уҡ тәғәйенләнгән. Һәм Советтар Союзынан айырылған күп дәүләттәр бөгөн уны күтәргән дә инде. Рәсәй, Беларусь һәм Үзбәкстан, ошо өс илдә генә үҙгәреш әлегә юҡ. Артабан да сағыштырһаҡ, Евросоюздың күпселегендә, АҠШ-та, Канадала, Японияла, Австралияла 65 тип беләбеҙ, Исландия менән Норвегияла 67. Америка Ҡушма Штаттарында, Германияла, Бөйөк Британияла киләсәктә 67-68 тирәһе тоҫмаллана. Австралия 70-кә самалай. Быларҙы атағанда енескә бүлмәнек, сөнки ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең пенсия йәшен тигеҙләү тенденцияһы бара.

   Рәсәйҙә был оҙаҡ ваҡыт тотҡарлана килде, сөнки бик ҡатмарлы, хәтәр ҡаршылыҡлы эш. Финанс министры яңыраҡ ҡына әле уны 2018-2019 йылдарҙан башлап йылда бер йылға өҫтәй барырға тәҡдим итте. Шулай  65-кәсә, енескә ҡарамайса. Сәбәпте министрлыҡ пенсионерҙарҙың күбәйеүе, уларҙың эшләгәндәр һанына яҡынлашыуында күрә. Ҡайһы берәүҙәр йыл һайын 12-шәр айҙы күп тип баһалай, уларҙың фекеренсә, 10-15 йылға һуҙылған реформалар еңелерәк үтеүсән, йәғни быны 2000-се йылдарҙа уҡ башларға ине.

   Шуның менән бергә ябай сағыштырыу ғына күренеште камил күрһәтмәй һәм был һәр илдәге дөйөм йәшәү кимәленә бәйле, әлбиттә. Европа кешеһенең бөгөн уртаса йәше 78 тип иҫәпләнә. Азия-Тымыҡ океан төбәгендә оҙағыраҡ ғүмер итәләр -85-90-ғаса. Шуға күрә хаҡлы ялға һуңыраҡ сығыуҙары ла тәбиғи.

      Бөгөн былар менән генә сикләнмәҫбеҙ, тәүҙә улар ҡалҡҡанға ғына инешкә индерҙек. Пенсияны ваҡытында түләү ҙә бар бит әле, уға әҙерләнеү ҙә, башҡалары ла.

     Ошоларҙың бөтәһе тураһында ла тура эфир ҡунағы менән әңгәмәләшмәксебеҙ. Ә ҡунаҡ - Рәсәй Пенсия Фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями