Рәсим Абдуллин: "Балалар өлкәндәргә ҡарағанда иғтибарлыраҡ та, уяуыраҡ та"

Йәкшәмбегә ҡарай төндә Воронеж өлкәһенең Алферовка ауылындағы психоневрология интернатында көслө янғын сыға. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 23 кеше һәләк булған. Фажиғәнең сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Кесаҙна, 10 декабрҙә иһә Тушино машина эшләү заводы биләмәһендәге бер нисә бинаға ут ҡаба. “Ҡыҙыл әтәс” 15 мең квадрат метр майҙанды ялмап ала. Янғын һүндереүселәр утҡа ҡаршы биш сәғәт көрәшә. Был янғын Мәскәүҙә һуңғы осорҙағы иң көслө янғындарҙың береһе тип баһаланған.

Фото №1 - Рәсим Абдуллин: "Балалар өлкәндәргә ҡарағанда иғтибарлыраҡ та, уяуыраҡ та"

2015 йылдың 12 декабренән 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем янғын һағы идаралығы инженерҙары дача участкаларында һәм ҡала ситендәге йорттарҙа рейдтар уҙғара. Ҡышҡы айҙарҙа ла янғын хәүефе кәмемәй. Ни өсөн? Бөгөн иғтибар үҙәгендә ошо мәсьәлә.

Әңгәмәсебеҙ - Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отряды етәксеһе, эске хеҙмәт полковнигы Рәсим Абдуллин. 

 

- Мәскәү ҡалаһында һуңғы йылдарҙағы иң ҙур янғындарҙың береһе булды. Воронеж ҡалаһында психоневралогия интернаты янды, 20-нән ашыу кеше һәләк булды. Төрлө ҡалаларҙа автомобилдәргә ут төртөп китеү осраҡтары теркәлә. Сәбәптәре. 

- 2015 йыл тамамланып килә. Мәғлүмәттәргә ҡарайыҡ әле. 11 ай эсендә күпме янғын осрағы теркәлде?

- Янғын хәүефе тураһында даими иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, ни өсөн бәлә-ҡаза осраҡтары йыш теркәлә?

- Ябай кешеләрҙе, ойошма һәм учреждениеларҙы алайыҡ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен кемдәр боҙа? Ниндәй хаталар һәм етешһеҙлектәр осрай?

- Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү отрядтары бар. Кем янғын һүндереү эшендә ирекмән була ала? 

- Ирекле янғын һүндереүселәр бүлегендә (отрядында) ниндәй вазифалар ҡаралған?     

- 2015 йылда һеҙҙең хеҙмәттә ниндәй үҙгәрештәр булды?

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Пенальти