Йәмғиәт шунда бөтөн, шәхес тә түгел ситен

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йәмғиәт шунда бөтөн, шәхес тә түгел ситен

      - 8 март алдында булыуыбыҙ тапшырыуҙа үҙәккә һәр замандың гел бөйөк мөғжизәһе, гөл кеүек хазинаһы - ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһен сығарырға өндәне һәм бының менән беҙ йәһәт ризалаштыҡ. Һәм, байрам таждары асылырға торғанда, ошолай, билдәле бер дәрәжәлә йомшаҡ, хатта, бәлки, наҙлы ла рух урынлылыр ҙа, тибеҙ.

      Ҡатын-ҡыҙҙың бөгөнгө йәмғиәттәге тейешле урыны, әһәмиәте, йоғонтоһо-тәьҫире тураһында һөйләшергә йыйынабыҙ. Килешәбеҙ, бик боронғо тема, Ер яралғандан бирле тынмай киләлер, шуға күрә яңылыҡ әйтеүе лә ҡатмарлы, сөнки заманалар менән бергә ҡараштар ҙа үҙгәрә, ҡайһы саҡ бөтөнләйгә, тулыһынса икенселәнә, артабан йәнә тәүгеһенә әйләнеп ҡайта, махсус, көс менән үҙгәртеү ҙә булғылай тарихта - бының, мәҫәлән, дәүләттәр үҫешендәге төрлө сәйәси дәүерҙәргә, илдәр етәкселәренең инаныуҙарына бәйле тормошҡа ашҡаны мәғлүм.

       Дөрөҫө шул һымаҡ: урын, әһәмиәт, йоғонто, бурыс тигәндә тәү шарт - тәбиғәт тапшырған һәләттер, ул нимәгә, ҡайһы өлкәгә тәғәйен, мул бирелгән - шунда ғына камиллыҡ, шунда ғына йәмғиәт тә бөтөн, шәхес тә түгел ситен. Һәм быны тормош раҫлай ҙа килә - күпме ҡатын-ҡыҙҙың ана ниндәй юғары баҫҡыстар биләгәнен, шул вазифаларҙы балҡытып торғанын беләбеҙ, сөнки тәбиғилектән тайпылынмаған, нисәмә гүзәлдәрҙең ғаилә мейесен йылы тотҡанын күрәбеҙ, сөнки һәләткә ҡаршы киленмәгән.

      Ҡунаҡтарыбыҙ - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ҡотоева, уның "Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһын етәкләгәне лә, шағирәлеге лә билдәле, әммә башта йәмәғәт эшен атаныҡ, сөнки күтәрелгән темаға нығыраҡ тап ул тура килә, йәнә лә Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәге баш белгесе, шулай уҡ ихлас йәмәғәтсе.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ