Берҙе эшләгән унды ла эшләй ала

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Берҙе эшләгән унды ла эшләй ала

      - Бөгөн үҙәккә сатраш уйыны сыға. Шунһыҙ булмай ҙа, үҙен һис иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ - кисә генә Өфөлә 10 көн дауам иткән ҙур ярыш - халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогының финалы тамамланды. Уйын тип аталһа ла, шулай, оло, хатта ижтимағи-сәйәсиме, социаль-иҡтисадимы саралар менән тиң ҡуйып, бирәбеҙ уға майҙан түрен, сөнки әле әйтелгән дә, әйтелмәгән дә башҡа мөһим өлкәләрҙәге үрҙәр тәү ҡарашҡа ҡатнашһыҙ ҙа тойолған тармаҡтар аша ла килергә бик мөмкин. Быны белдергәндә, мәҫәлән, ҡайһылыр төбәктең донъяла яҡшы яҡтан таныулы булыу-булмауына таянабыҙ. Бөгөн иҡтисадты йылдам тартып алып китеренә ышаныс бағланылған инвестиция һалыуҙың да бер нигеҙе - шул даһа: таныулы төбәк тураһында инвестор мәғлүмәтте оҙаҡ йыйнамай, икеләнмәй-шикләнмәй - уныңса, берҙе эшләй алған унды ла эшләй ала.

      Билдәлелек тигәндән. Ошо Кубок еңеүсеһе Айгөл Иҙрисова, егермене яңы уҙған Өфө ҡыҙы, тураһында Интернетта мәғлүмәт эҙләгеҙ һәм - табырһығыҙ ғына түгел, ул күмәртәләп тәҡдим ителер. Шул ғына йәшендә Википедияға ла индерелгән һәм халыҡ-ара гроссмейстер һәм башҡа юғары һүҙҙәр менән баһаланған. Кисәгеһен иҫәпкә алмаған хәлдә лә, бына, ҡарап ултырабыҙ: Франция-2012, алтын, Төркиә-2016, алтын, Венгрия-2013, бронза, Беларусь-2014, алтын һәм башҡалар.

      Ҡыҫҡаһы, Айгөл Иҙрисова әле беҙҙә - тура эфирҙа.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ