Рәсәй Президенты Владимир Путин юлдарҙы сифатһыҙ ремонтлаған өсөн яуаплы етәкселәргә штраф күләмен 10 тапҡыр арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Кеҫәгә һуғыу ғына мәсьәләне хәл итерме? Ҡасан яҡшы юлдарҙан йөрөй башларбыҙ? Бөгөн “Асыҡ студия”ла ошо турала әңгәмә ҡорола.
Ҡунаҡтарыбыҙ:
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, билдәле автобелгес Хәлим Әйүпов һәм “Йәшлек” газетаһының баш мөхәррире, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡарма комитеты ағзаһы Артур Дәүләтбәков.
Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.