Рәсүл Сәғитов:
- Быйылғы ҡырҡыу ҡылығына тәбиғәттең үҙенең дә сыҙамы бөттө шикелле, ниһайәт - һауа температураһы һәр хәлдә бөгөн төш 0-гә менде, иртәгәнән, көндөҙҙәрен, бәләкәй генә булһа ла, гел ыңғай һандар теҙелешкән. Унан да арыраҡҡа күҙ ташлағанда, киләһе аҙнанан тағы ла етдирәк плюстар вәғәҙәләнә.
Яңы миҙгел - яңы мәшәҡәттәр ҙә, әлбиттә - мәҫәлән, юлдарҙағы барыбыҙға ла таныш уйымдар менән көрәшергә кәрәк хәҙер. Көрәш башланды ла инде - баш ҡала хакимиәте тарафынан шундай соҡорҙарҙың интерактив картаһы төҙөлгән, рәсми сайтҡа эленгән. Ғөмүмән дә йүнәтеү эштәренең яңы миҙгеле баш ала.
Йәнә лә ташҡын ашҡына быйыл яман - Өфө янында 8 метр самаһына тиклем менер, тип көтөлә. Йәғни 900 самаһы торлаҡҡа еүеш хәүеф янай - Дим, Киров, Ленин райондары был. 10 йыл элеккенең ҡабатланыуы бик ихтимал.
Ошолар һәм башҡалар тураһында ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Камил Юлаев менән һөйләшәбеҙ.