Әмир Ишемғолов: "Башҡортостан балы республика халҡыныҡы"

   Бал ҡорттары, бал һәм башҡорт бренды бөгөн иғтибар үҙәгендә булыр.

Фото №1 - Әмир Ишемғолов: "Башҡортостан балы республика халҡыныҡы"

 

 

  Рәсәйҙә тәүге тапҡыр шәхси компанияға "Башҡорт балы" брендын ҡулланыу хоҡуғын биргән таныҡлыҡ тапшырылды. Әлегә тиклем бындай патентҡа Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генә эйә ине. Предприятие "башҡорт балы" бренды менән татлы ризыҡты сит илдәргә лә оҙата килде. Әммә хәҙер ошондай уҡ мөмкинлек менән башҡа умартасылар ҙа файҙалана аласаҡ.

Башҡортостан умарталыҡтары йәмғиәте етәксеһе Сергей Мөлөкөв:

- "Башҡорт балы" брендын ҡулланған өсөн мин ике йыл буйына судлашып йөрөнөм. Әммә бар судтарҙа ла еңелдем һәм 150 мең һум күләмендә штраф түләнем. 2005 йылдан алып республикала ошондай күңелһеҙ хәл күҙәтелде. Шуға ла урындағы етештереүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын тулы күләмдә файҙалана алманы. 

Артабан республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов менән әңгәмә. 

               

- Әмир Миңлеәхмәт улы, был күренеште һеҙ нисек атайһығыҙ? Был тармаҡты киңәйтеүме?

- Умартасылыҡ баҙарында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә "башҡорт балы" брендын ҡулланыу хоҡуғы биреү яҡшымы, яманмы?

- Ялған бал йәки сифатһыҙ бал һатыусылар бар. Был көн кеүек асыҡ. Улар “башҡорт балы” брендын ҡулланып, республиканы яманатлы итмәҫме? 

 

 

 

 

Яҙғы сәсеү эштәре
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция. Башҡортостан республикаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Асыҡ студия
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти