Йыйыу өсөн тыйыу булмай

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йыйыу өсөн тыйыу булмай

      - Урмандағы ҡолаған ҡоро ағасты үҙ белдегең менән утынға тотоноу ҡәтғи тыйыла, закон тарафынан "тере" ағастай һаҡлана. Ә сөнки бөгөн Урман кодексында төшөнсәһе яҙылмаған, дөйөм утын әҙерләү генә бар һәм уның эсенә, сәнәғәти күләмдәрҙә ҡиммәтле ағасты күпләп йығыу ҙа, шәхси мәнфәғәтеңдә генә сүпләү ҙә инә.

      Бының менән ризаһыҙлыҡ йәмғиәттә байтаҡтан килә: беренсенән, урманды былайтып һаҡламайҙар, ә киреһенсә ҡыйланыу бара, икенсенән, ҡоро-һары - ут сығыуға һәйбәт сәбәпсе. Өсөнсөнән, йәшерен-батырыны юҡ, уны утын һатып алырға мөмкинлеге кәм кешеләр алып ҡайта.

     Ҡыҫҡаһы, мәсьәләлә бөгөн үҙгәрештәр көтөлә - ошо көндәрҙә парламентҡа бер юлы ике закон проекты индерелде, тәүгеһе әлеге төшөнсәне асыҡлай, икенсеһе бушлай яғыу мөмкинлеген бирә.

      Артабан ошо хаҡта, шулай уҡ баҡса, торлаҡ өсөн ер, әл-ҡөһөлдө законһыҙ һатыу мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән һөйләшәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ