Ҡара алтынмы, баҫыу алтынымы?

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ҡара алтынмы, баҫыу алтынымы?

- Иген - Рәсәйҙең яңы нефтеме? Һәр хәлдә һуңғы йылдарҙа уның ғайәт мул йыйылғанына шаһитбыҙ, былтыр 120 миллион тоннанан ашты, был хәтлемдең 40 йыл самаһы элек, совет дәүерендә әле, унда ла сәсеүлектәрҙең хәҙерге менән йәнәш ҡуйғыһыҙ күплеге арҡаһында, урылғанын беләбеҙ. Һәм был - алға сығыу ғына ла түгел, ә башҡа тармаҡтарҙы эйәртеү ҙә, ана күпме кешенең ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алғанда - хатта кәйеф биреү ҙә. Бында, тап ошо өлкәлә, "хужалыҡ" төшөнсәһе әлеге тармаҡ мәғәнәһе эсендә генә ҡалмай бит, ул тормош, донъя көтөү киңлегенә үк сыға, сөнки үҙ-ара бәйлелелек ҙур. Шул иҫәптән ошо арҡала ла игендең яңы нефткә әүерелеүгә ыңғайлауы тик хуплауға ғына лайыҡтыр һәм бында кешенең тәбиғәт миллион йылдар буйы әҙерләп биргәнде генә алмауы, ә алтынды үҙ хеҙмәте менән бөртөкләп йыйғаны мөһим.

Ә игенде арттырыр өсөн шарттар илдә һуңғы йылдарҙа даими яҡшыра торҙо, мәҫәлән, хаҡы арта килде, ә инде 2014 йылдан алып бөтөнләй һәйбәт һандар китте. Былтыр Рәсәйҙең бойҙай һатыуҙа донъяла беренсе урынға сыҡҡаны, йәғни Америка Ҡушма Штаттарын, Канаданы, Австралияны уҙғаны, 10 миллиард доллар самаһы килем алғаныбилдәле.

     Ауыл хужалығы ветераны Зәки Ҡаҙыҡов ҡатнашлығындағы бөгөнгө "Асыҡ студия"ла ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында  һөйләшмәксебеҙ.

"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
Асыҡ студия
Республикала Граждандар оборонаһы айлығы. Спикер - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Фирҙәүес улы Вәхитов.
Республикала Граждандар оборонаһы айлығы. Спикер - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Фирҙәүес улы Вәхитов.
Асыҡ студия
Яугирҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш. Спикер - Республика хәрби бәрелештәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Рафаил улы Ниғмәтйәнов.

Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями