Шартлау шаңдауы

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Шартлау шаңдауы

      - Илдә - йәнә тетрәнеү. Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла ла "бәлә берләштерә" әйтеме ысынында ла раҫланды - бик күп дәүләттәр, шул иҫәптән бығаса ҡырыныраҡ ҡарағандар ҙа, ҡайғы уртаҡлашҡанын шундуҡ белдерҙе.

      Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар ғайәт ҙур бирелһә лә, һаман арттырыла барһа ла, шартлау тормошҡа ашты, ғүмерҙәр өҙөлдө. Был нисек мөмкин була алды? Киләсәктә мөмкин булмаһын өсөн тағы нишләйек? Бының бер юлы бөгөн, беҙ эфирға сығыр алдынан ғына, белдерелде лә инде - метрополитенда именлек буйынса яңы документҡа ҡул ҡуйыласаҡ, тиелде.

      Ҡаза илде ныҡ һиҫкәндерҙе, күп нәмәгә тағы яңыса ҡаратты, хаҡлыҡтың һаҡлыҡта ла икәнен өҫтәп белдерҙе, хәүефһеҙлек өсөн һәр кемдең яуаплы булырға тейешлеген йәнә аныҡланы, ләкин был хафаланыуға килтерергә тейеш түгел, сөнки ҡурҡыу - алдыңдағы ҡаршылыҡты көсәйтеү генә, бында, киреһенсә, бер төптән көрәшергә кәрәк.

      Артабан һүҙҙе студиябыҙ ҡунаҡтарына - Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа, ғалим Илгиз Солтанморатовҡа һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр өлкәһе белгесе Рәйес Абдуловҡа бирәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ