Ни хәлдәһең, гүзәл зат?

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ни хәлдәһең, гүзәл зат?

      - Бөгөн Рәсәйҙә йәмәғәт ойошмалары бик күп һәм быны тик хупларға ғына кәрәктер, сөнки улар демократик дәүләттәрҙә генә барлыҡҡа килә һәм эшләй ала. Уларҙың һаны ни тиклем ишле, ил менән идара итеүҙә халыҡтың ҡатнашлығы ла шул хәтлем ҙур. Шулай тигәндә дәүләттең ҡайһы ғына өлкәлә булмаһын, ниндәйҙер мөһим аҙым яһар алдынан йәмәғәтселек фекерен белешергә тейешлеге, шул шартта ғына ниндәйҙер камиллыҡ булыуы ихтималлығына, ә бының иң еңел, ышаныслы һәм тәьҫирле ысулының ана шул ижтимағи ойошмалар белдереүҙәре икәнлегенә лә ишаралана.

      Ижтимағи мөнәсәбәттәрҙәге ҡайһылыр өлкәләргә дәүләттең айырым диҡҡәтен йүнәлтеү ихтыяжы ла тыуа тора һәм йәмәғәт ойошмалары был йәһәттән үҙҙәренең тәҡдим индереү хоҡуғын киң генә файҙалана ла. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе ил тарихында йыш ҡына күтәрелгән һәм күтәрелә лә. Хәҙер инде ҙур байрамға, ҡотлауҙар даръяһына, сәскәләр батшалығына әйләнгән 8 марттың да бит заманында, үткән быуат башында, Америкала, гүзәл заттарҙың тиңлек даулап урамға сыҡҡанына бәйле икәне лә билдәле.

      Әлегеләрҙе беҙ һүҙ ыңғайында ғына әйтмәнек, һүҙҙе ошо яҡҡа махсус бороп әйттек, сөнки бөгөнгө тапшырыуҙа төп мәсьәләләрҙең береһе ошо булыр ҙа. Быға мәғлүмәти нигеҙ итеп Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең 30 йыллығын алдыҡ, ул 1987 йылдың апреленән эшләй һәм студияла әле генә уның рәйесе Рәшиҙә Солтанованы ҡаршыланыҡ.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ