Илдең йыры ла, зары ла бар

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Илдең йыры ла, зары ла бар

      - Бөгөнгө тапшырыу республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың 13 апрелдә кис телевидение, радио аша ике сәғәт ярымдан ашыу барған тура элемтәлә белдергәндәренә арнала, уны шуның хатта ниндәйҙер дәрәжәлә дауамы, тип тә булалыр. Дауамы, сөнки, беренсенән, ҡайһылыр мәсьәләләргә әйләнеп ҡайтабыҙ, ҡайһыларына ентекләберәк бағабыҙ, шул рәүешле тағы ла асыҡлай төшәбеҙ, икенсенән, кисә эфирға сығарыу мөмкинлеге булмағандарына ла диҡҡәт ҡылабыҙ. Мөмкинлектең булып етмәүе лә аңлашыла: әҙерлек аҙна буйы барҙы - һорауҙар алдан да ҡабул ителде, һөҙөмтәлә улар 10 меңдән ашып китте.

      Һан буйынса ҡарағанда етенсе тапҡыр ойошторолдо тура һөйләшеү, былтыр, мәҫәлән, 7 апрелдә тормошҡа ашҡайны. Һорауҙарҙың йөкмәткеһе, ҙурҙан алғанда, әллә ни айырылманы - иҡтисад, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр, мәҙәниәт һәм башҡалар, ләкин был юлы осрашыуҙың форматы икенсерәк булды - залға йәмәғәтселек вәкилдәре лә саҡырылғайны һәм республика башлығы быны хуплағанын башта уҡ белдерҙе лә - һөйләшеүҙә яңғыҙы ғына булмаҫҡа теләгәнен еткерҙе, саҡырылғандарҙы ла унда яҡыныраҡ ҡатнашырға өндәне.

      Студия ҡунаҡтары - сәйәсәт белгесе Зөфәр Тимербулатов һәм иҡтисад ғалимы Илдар Ғәбитов.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями