Яҙҙың алты аяҙ көнө

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Яҙҙың алты аяҙ көнө

      - Алты көн тоташ яҙ. Күңелдәрҙә булһа ла аяҙ яҙ. Аҙна дауамында тиерлек Өфөлә, төрлө сәхнәләрҙә, тиҫтә ярым спектакль ҡуйылды. "Театр яҙы" фестивале тураһында һүҙ. Был хаҡта инде үткән заманда һөйләйбеҙ һәм ул, фекер алышыу, бик кәрәк тә, тигән ныҡлы уйҙабыҙ, сөнки спектаклдәрҙе ҡарау, коллективтарҙың, айырым оҫталарҙың ниндәйҙер урындар, приздар алыуы - бер нәмә, һәйбәт нәмә, ләкин эш бының менән генә бөтмәҫкә тейеш, һығымта яһау, йомғаҡлау, анализ, тәнҡит кәрәк. "Фестиваль" һүҙе латин менән француздан байрам, тантана йәки тантаналы байрам мәғәнәһендә алынһа ла, ифрат етди эш һәм тап эш бит - сәнғәттәге ҡаҙаныштарҙы күп кеше ҡатнашлығындағы күрһәтеү өсөн, ай-һай, күпме көс талап ителә.

      Һәм уны сәнғәт байрамы тип кенә ҡарауҙан да алыҫ торорға кәрәктер. Эйе, театр әҙәм балаһына рухи үҫеш өсөн кәрәк. Әммә тәү нәүбәттә генә шуға тәғәйендер, өҫтәнерәк баҡҡанда ул үҙеңә ҡырҙан ҡарау мөмкинлеген дә бирә, йәмғиәттәге проблемаларҙы ла аса, уларҙың шул иҫәптән ижтимағи, дәүләти кимәлдәгеләрен дә бит күтәрә. Шуға күрә сәнғәттең был төрөн сәйәси ҙә бурыстарҙы үтәгәнен белдерә алабыҙҙыр һәм бөгөн "Асыҡ студия"ға сығарыуыбыҙ ҙа - тап шунан.

      Студия ҡунаҡтары - яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм  Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәби-драматик бүлеге мөдире Эльвира Исҡужина.  

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти