Ленар Даянов: "Янғын - ҡот осҡос фажиғәгә килтереүе ихтимал"

Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә янғын ҡотора. Мәҫәлән, Себер федераль округының бөтә биләмәләрен ут ялмап алған. Тәбиғи янғындар булыу сәбәпле 28 апрелдән ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Көндәр ҡоро тора, көслө ел иҫә. Шуға ла утты һүндереү ҡатмарлаша. Округта 7 меңгә яҡын ҡотҡарыусы эшләй.

Фото №1 - Ленар Даянов: "Янғын - ҡот осҡос фажиғәгә килтереүе ихтимал"

    Башҡортостанда ла тәбиғәттә тәүге янғындар теркәлде. Республика урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе кәңәшсеһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина: 

- 30 апрелдә, 1,2 майҙа республикала 10 урында урман янғындары сыҡты.  

   Башҡортостандың Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы пилотһыҙ осоусы аппараттар һатып алған. Улар тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү маҡсатында ҡулланыла. Аппараттар урман янғындарын киҫәтеү, браконьерҙарҙы һәм законһыҙ рәүештәге сүп-сар түгеү урындарын асыҡлау өсөн уңайлы. Тәүгеләрҙән булып Бөрө заказнигы тикшерелгән.

     Хужалыҡтарҙа кипкән үләнде яндырыу, йәйге өй йәғни дача биләмәләрендә сүп-сарға ут төртөү янғын хәүефе юғары булған осорҙа тыйылырға тейеш. Ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеге өсөн хакимиәт башлыҡтары яуап бирә. Һәм тап улар халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға бурыслы тип иҫәпләй эксперттар.

    Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге айлығы башланды. Ул 1 июнгә тиклем дауам итә. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан белдереүҙәренсә, май дауамында янғынды иҫкәртеү саралары ойошторола.

  

    Ни өсөн кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә? Тәртипкә өйрәтә һәм өйрәнә алабыҙмы?  

Был турала Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса янғын хәүефһеҙлеге идаралығының янғынды иҫкәртеү бүлеге етәксеһе Ленар Даянов менән әңгәмә ҡорабыҙ.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ