Яҙын сәскәндең көҙө сәскәле

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Яҙын сәскәндең көҙө сәскәле

     - Яҙғы баҫыу эштәренең ошо тармаҡта ғына түгел, ә ғөмүмән ил өсөн, илдәр өсөн ғайәт әһәмиәтле икәне шикһеҙҙер. Илдәр тип күплек ялғауын ҡушҡанда былтыр Рәсәйҙең игенде ырҙын-ырҙынлап йыйғанына, байтағын ситкә һатҡанына ишараланыҡ. Бөгөн шул иҫәптән ауыл хужалығында ла, заманындағыса, үҙәкләштереү, саманы онотоп һәр ваҡлыҡҡа тиклем өҫтән ҡыҫылыу, күрһәтмәләрҙән әҙ генә лә тайпылған осраҡтарҙа олоға олғаштырыуҙар юҡ, баҙар ихтыяжына яраҡлашыу бар. Ләкин был йәмғиәттең - һәр беребеҙҙең баҫыуҙарҙағы хәл менән ҡыҙыҡһыныуын кәметергә тейеш түгелдер бит, юғиһә ана шул иҡтисад иркенә күсеү ошо вайымһыҙлыҡҡа мәлендә ныҡ ҡына этәргәйне, сауҙаханаларҙағы ялтырға төрөлгән ризыҡҡа ғына хушһыныу, шуны данлау китте. Ә баҡтиһәң, уларын алыр өсөн дә дөйөм иҡтисадтың ныҡлығы талап ителә, имеш, ҡайҙалыр эшләнеп еткерелмәгәндә донъяң китегерәк була, ҡаҙнаң бүҫкәрә, баҫыуҙарҙан ҡасыуҙарҙың һөҙөмтәһе хөрт. Һәм бөгөн киң мәғлүмәт саралары ашамы, күҙмә-күҙме ялан-ҡырҙарҙа гөрләп сәсеү барғанын күреү, бәлки кемделер көлөмһөрәтәлер ҙә - йәнәһе, боронғолоҡ, 21 быуат шөғөлө түгел, ә күпселектең рухын күтәрәлер барыбер ҙә, оло быуындың баяғы баҫыуҙа һайрашыуҙы һағыныуын баҫалыр, ырҙында ыңғырашмауға өмөтөн өҫтәйҙер. Шуға күрә тармаҡтағы һәр миҙгелде беҙ ҙә элек-электән даими күҙәтеп барабыҙ, быны, эйе, заманса эшкә һанайбыҙ, бөгөн яҙғы баҫыу эштәре тураһында әңгәмә ойошторорға булдыҡ та. Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии