Яҡтылыҡҡа тарих та мохтаж

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Яҡтылыҡҡа тарих та мохтаж

      - "Архивтар кәрәкме?" тигән һорау ҡуйыла ҡалһа, яуап нисек булыр? Ниндәйҙер шарттар үтәлгәндә, әгәр-мәгәр, тип оҙон-оҙаҡҡа төшөүһеҙ, ҡыҫҡа, ҡәтғи фекерҙәрҙе генә иҫәпкә алғанда, ҙур күпселек ыңғай ҡарашын белдерер, әлбиттә, йәғни һорау урынһыҙ, сөнки яуабы асыҡ - бик кәрәк. Хәйер, ҡалған әҙ өлөш тә бының ниндәйҙер тормош хәле айҡанлы, мәҫәлән, алдында матди мәсьәләләр ҡалҡып, ҡағыҙ юллағанда, шундуҡ килешәлер. Эйе, архивтарҙа ризыҡ етештерелмәй, кейем тегелмәй, автомобиль йыйылмай, ситтән ҡарағанда, бәлки, саң араһындағы күңелһеҙ бер шөғөлдөр ҙә, әммә, беренсенән, тарих был, уның бөгөнгө, киләсәк өсөн ни тиклем ки мөһимлеге бәхәсһеҙ, икенсенән, архивтар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа килмәй, улар йыйыла, йылдар буйы, быуаттар дауамында туплана һәм быға хеҙмәт күп түгелә. Был - теләк кенә түгел, йөкләмә лә - архив эштәре буйынса ил законы, республика законы бар, үҙгәрештәр ҙә   индерелә тора һәм улар, башлыса, тәртипте көсәйтә. Бынан милек формаһы буйынса ҡарағанда бер ойошма ла ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, йәғни, юридик көскә эйә бер эштең дә документ рәүешенән тыш башҡарылмағанын иҫәпкә алғанда, закон бөтәһенә лә ҡағыла.

      Архивтарҙа төрлө грифтар ҡуйылған документтар һаҡлана, ваҡыт үтә барған һайын ҡайһыларынан серлелек мөһөрө алына, ә ҡайһыларынан бер ваҡытта ла алынмай - һәр нәмәлә асыҡлыҡ кәрәк, әммә бәғзе мәғлүмәттән файҙанан бигерәк зыян килеүе лә ихтимал, шуға күрә йәмғиәт быны тыныс ҡабул итергә тейештер - үткән эшкә салауат.

      Серҙе асыу тигәндән, быйыл апрель башында Рәсәй президентының архив документтарының бер өлөшөн асыҡ тип иғлан итеү тураһында фарманы сыҡҡанын беләбеҙ. Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә был йәһәттән эштең әлегеләй планлы  ойошторолғаны булмағаны ла билдәле. Һүҙҙең 1930 йылдан 1989 йылғаса арауыҡ тураһында барғанына иғтибар ҡылғанда хайран ҡыҙыҡлы, хатта ғәжәпләндергес документтарҙың өҫкә ҡалҡыуы бик ихтимал - совет осороноң һәйбәт яҡтары менән бергә колхозлашыу, репрессиялар һымаҡ ҡырҡыу, ә тимәк, ҙур эҙемтәле осорҙары ла булған. Япма Бөйөк Ватан һуғышы, һалҡын һуғыш дәүерҙәре мәғлүмәттәренән дә күтәрелә, улар рәсми сайтҡа ҡуйыла.

      Асыу ниңә кәрәк? Тарихи хаҡлыҡ тантанаһы өсөн. Тарихты боҙоп күрһәтеүҙәрҙе исмаһам да кәметер өсөн. Тарихи факттарҙы ни тиклем күберәк беләбеҙ, йәмғиәтте туплауы ла шул хәтлем еңелерәк.

      Ошо уҡ указ нигеҙендә Федераль архив агентлығының мәҙәниәт министрлығынан президент ҡарамағына күсерелеүе инде алда әйтелгәнгә - архив эшенең ысынлап та мөһимлегенә, дәүләттең уға диҡҡәте көсәйгәненә өҫтәмә дәлил.  

      Артабан Башҡортостан дәүләт үҙәк архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин менән һөйләшәбеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ