Фән болот булып ҡына йөҙмәһен, ямғырын да һипһен

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Фән болот булып ҡына йөҙмәһен, ямғырын да һипһен

      - Бөгөнгө тапшырыу ғәҙәти булмаҫ һәм ғәҙәти түгеллек тәү нәүбәттә - был юлы тәғәйен тема билдәләнмәүҙә. Быны беҙ махсус эшләйбеҙ, сөнки ул … хәйер, әйҙәгеҙ, әлеге сәбәпте тема итеп алайыҡ та - ҡыҫҡаһы, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор, академик, теҙә китһәк, бик күп башҡа ла дәрәжәле, өҫтәп беҙҙең радионың нисә-нисәмә йылғы тоғро дуҫы ла, Фәнил Сәйет улы Фәйзуллиндың 75 йәшлек юбилейына арнала.

      Был олуғ уҙамандың, бәлки шәхси тип ҡаралмалы ла ошо сираттағы баҫҡысын да беҙ, шулай, ҡайһы бер ҙур ижтимағи-сәйәси күренештәргә баһа биреү, үткәндәрҙе байҡау, киләсәкте айҡау маҡсатында файҙаланырға булдыҡ. Йәғни һорауҙар, ҡәҙимгенән айырмалы рәүештә, әлеге шәхсилеккә тартылыр, әммә яуаптар илде, уйлап, илде буйлап бирелер, моғайын. Бына ошондай ябай ҙа, ҡатмарлы ла эфир көтөлә.

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии