Илде бөгөн борсоғаны - берҙәм дәүләт имтиханы

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Илде бөгөн борсоғаны - берҙәм дәүләт имтиханы

      - Айырым бер көн ул 25 май. Һуңғы ҡыңғырау көнө булғанға шулай. Шатлыҡлы ла, һағышлы ла. Юҡ, барыбер ҙә байрамдыр - күп кәртәләрҙе еңеп сығыуың, тағы ла күберәктәренә ҡарап оло юлға төшөүең тантанаһы. Юғары һүҙҙәр, шулай ҙа дөрөҫ һүҙҙәр. Мәңгелеккә иҫтә ҡалыр көн ул бөгөн.

      Беҙ ҙә тапшырыуҙы ошоға арнарға булдыҡ. Дөрөҫөрәге - ана шул оло юлға, киләсәккә, ҡыҫҡаһы, берҙәм дәүләт имтихандарына. Уларға ҡараш, беләбеҙ, төрлөсә. Ыңғай баһалаусылар бының ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡты, алыш-биреште ныҡ кәметкәнен, юғары уҡыу йорттарына инеүҙе ябайлаштырғанын атай, оҡшатмаусылар белем кимәлен тикшереү йәһәтенән камил түгел, ти.

      Нисек кенә булмаһын, улар хәҙер тормошобоҙға ныҡ инеп китте, ғәҙәтигә әйләнде, шулай ҙа йылда үҙгәрештәргә дусар була тора, бөгөн күпселектә бына ошоларҙы уртаға һалмаҡсыбыҙ ҙа.

      "Асыҡ студия"ла Мәғлүмәт эшкәртеү буйынса төбәк үҙәге директоры Рөстәм Рәмовты сәләмләйбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ