Ер өҫтөндә туҡталҡа. Ер аҫтында туҡталҡа

   Баш ҡалабыҙҙа еңел автомобиль һаны йыл һайын уртаса 30 меңгә арта бара. Был күрһәткес менән бер рәттән, проблемалар ҙа күбәйә. Һауаның зарарлы матдәләр менән бысраныуы, оҙон тығындар, машинаны ҡуйыр урындар булмау - төп мәсьәләләр.

Фото №1 - Ер өҫтөндә туҡталҡа. Ер аҫтында туҡталҡа

   Парковка һәм паркингтар – транспорт инфраструктураһы обьекты. Шуға ла уларҙы проектлау һәм төҙөү - ҡаланың үҫеш тенденцияларынан сығып атҡарылырға тейеш.

   Парковкаларҙың етешмәүе - тәү сиратта, иҡтисади мәсьәлә. Уны хәл итеү комплекслы булырға тейеш. Ҡала властары юл һалыу һәм уларҙы тәртиптә тотоу менән бер рәттән, паркингтар төҙөлөшөн дә финансларға бурыслы. Бындай төҙөлөштәргә шәхси инвестицияларҙың һалыныуы икеле. Сөнки сығымдар күп, ә сарыф ителгән аҡсаларҙың аҡланыу ваҡыты оҙайлы. 

Өфөләге транспорт инфрастурктураһын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрергә? Шәхси автомобилдәрҙе ҡайҙа ҡуйырға, ҡайҙа һаҡларға?  Ошо һорауҙарға бөгөнгө “Асыҡ студияла” яуап эҙләрбеҙ.

    Йорт алдында туҡталҡа. Өфө үҙәгендә төҙөүселәр менән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында бәхәсле хәл килеп сыҡҡан. Сетерекле мәсьәлә автомобиль ҡуйыу урындары менән бәйле. Яуаплылығы сикләнгән ойошмаларҙың береһе Крупская урамында заманса күп ҡатлы туҡталҡа төҙөү теләге менән йәмәғәт тыңлауҙары үткәргән. Күпселек төҙөлөштө хуплаһа ла, был тирәлә урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр ризаһыҙлыҡ белдерә. Мәсьәләне хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин асыҡларға тырышы.

        Тапшырыуҙың ҡунаҡтары: хоҡуҡ белгесе, хоҡуҡ фәндәре кандидаты Салауат Юлсурин, философия фәндәре докторы, профессор Урал Вилданов, психолог һәм автоледи Финзирә Рысаева. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ