Дәүләт йәме - йәмғиәттән

Рәсүл Сәғитов:  

Фото №1 - Дәүләт йәме - йәмғиәттән

   - Бөгөнгө тапшырыуҙа дәүләт менән граждандар йәмғиәте мөнәсәбәттәрен уртаға һалырға ниәт ҡылдыҡ. Сөнки бының өсөн, беренсенән, һәр ваҡыт ихтыяж етерлек, икенсенән, тәғәйен мәғлүмәти нигеҙ бар - Өфөлә Граждандар форумы уҙҙы. Һәм унда нәҡ ошо мәсьәлә - дәүләт хакимлығы органдары менән граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара эшләүе, йоғонто яһауы ҡаралды ла бит.

      Дүртенсе тапҡыр тормошҡа ашты форум - тәүгеһе 2014 йылда үткәрелгәйне. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәи дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты, шулай уҡ республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо. Дума комитетының бында күсмә ултырышы уҙғаны ла хәбәр ителде.

      Форумда 4 тематик секция эшләне, улар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәр күрһәтеү өҫтөнән йәмәғәт контроленә, мәрхәмәтлек эшмәкәрлегенә, социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалар моделдәренә, урындағы үҙ идара мәсьәләләренә арналды һәм һуңғыһы буйынса һүҙ бөгөн оҙонораҡ булыр ҙа - студия ҡунағы менән әңгәмә темаһы шул.

      Йомғаҡлау өлөшө түңәрәк өҫтәлдән ғибарәт булды, ундағы сығышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмаларға былтыр ҡаҙнанан 450 миллион һум бүленгәнен белдерҙе, сөнки улар ошоғаса дәүләт башҡарған йөктө яйлап үҙҙәренә ала бара.

      Студияла «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының башҡарма директоры, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Исхаҡовты сәләмләйбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти