Берҙәмлегебеҙ - күп төрлөлөктә

   Бөгөн Өфөлә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда дәүләт власы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашты.

Фото №1 - Берҙәмлегебеҙ - күп төрлөлөктә

   Рәсәй – күп милләтле ил. Бында милли сәйәсәттең дөрөҫ алып барылыуы мөһим.  Был сәйәсәттең маҡсаты – бөтә ил халҡының мәнфәғәтен яҡлау. Икенсе яҡтан – Рәсәйҙә йәшәгән этностарҙың һәм конфессияларҙың телен, мәҙәниәтен һәм дини төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу. 2012 йылда ҡабул ителгән милли сәйәсәт стратегияһында ла тап ошо йүнәлештәр билдәләнгән.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр – ҡатмарлы һәм үтә лә һиҙгер өлкә. Ул даими үҫешә, яңы проблемалар барлыҡҡа килә, киҫкен мәлдәр килеп тыуа. “Шуға ла мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн заманса ҡарарҙар талап ителә”, - тигәйне милләт ара мөнәсәбәттәр буйынса Әстраханда үткән совет ултырышында ил президенты Владимир Путин.

Башҡортостан - Рәсәйҙәге иң ҙур һәм полиэтник төбәктәрҙең береһе. Халыҡ һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе, ә ил субъекттары араһында етенсе урында тора. 2010 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 160 милләт йәшәй, улар 13 этник төркөмгә ҡарай.

Беҙҙә 70 милли берләшмә иҫәпләнә. Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы эшләп килә.  

 

 

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ