Туризмдың урыны түрҙә

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Туризмдың урыны түрҙә

      - Бөгөн туризм тураһында һөйләшәйек. Сөнки, беренсенән, мәле шул, икенсенән, тармаҡ илдә, Рәсәйҙең үҙендә, барыбер ҙә алға киткән тип булмай, тимәк, мәсьәлә шул иҫәптән киң мәғлүмәт сараларына ла сығарылырға тейеш.

      Ғөмүмән, йәмғиәттә әллә ҡайҙарға сығып китергә ынтылыу менән бер рәттә үҙ Ватаныңдың да уларҙан кәм түгеллеген, бәғзе яҡлап хатта артыҡлығын белеү дәрәжәһен күтәрә барырға кәрәктер. Юғиһә йәйге ялдың күпселектә илдәштәребеҙҙән ҡайнап торған сит диңгеҙҙәр ярҙарына осор өсөн генә алынғаны мәғлүм һәм социаль селтәрҙәрҙә шунда төшкән ярым-яланғас һындарҙы ҡуя һалыу ни өсөндөр мәртәбә һанала әле. Күпмелер ваҡыттан кешенең шәхси тормошо барыбер ҙә ниндәйҙер бик эсендә ҡалыр, тигән ышаныс шулай ҙа бар, дәүләттең ошо йәһәттән яңынан-яңы сикләүҙәр индерә барыуынан ул нығый ҙа, ләкин бында ана шул ҡыҫыуҙы беҙҙең аңлап ҡабул итеүебеҙ мөһим. Кеше ҡунаҡҡа иң һәйбәт кейемен кейеп бара лаһа, үҙен ғәҙәти, көндәлек хәленән, бәлки, яҡшыраҡ та күрһәтергә тырыша, ә бына соцмедиала "табындаштарҙың" күпкә ишлерәк икәне иҫәпкә алынмай.

      Интернет-сәхифәләрҙә бының урынына сәйәхәттәр хикәйәләнһә лә бит. Тарих, география, этнография һәм башҡа йүнәлештәр буйынса кешенең үҙенең белеме өҫтәлһә, шул арҡылы быны уҡығандарҙың да ҡараштары киңәйһә, был тотош йәмғиәтте лә камиллаштыра төшөр ине. Һәм был юғары һүҙ тип кенә ҡабул ителмәһен, донъяны әхләҡ сиктәрен үтеп, төрлө шыйыҡсаларҙан күҙ-баш аларып түгел, ә аң даирәңде тәрәнәйтеү, белемеңде арттырыу маҡсатында гиҙеү йәмғиәт ағзаларының бер-береһенә хөрмәтен күтәрә - баҡтиһәң, донъяла һәр кем ысынлап та уникаль икән, тигеҙ хоҡуҡлы икән, тиң икән. Ошо бейеклеккә күтәрелеү халыҡ-ара хәлде лә яҡшыртыр ине, сөнки берәүҙең дә өҫтөн, берәүҙең дә аҫтын түгеллеген раҫлай ул.

      Студияла "Урал батыр" милли туроператорының генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Кинйә Күскилдинды сәләмләйбеҙ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями