Ер һөрөү - изге һөнәр

    Үҙ эшенең оҫталары – Рәсәй һәм Европа илдәре механизаторҙары Башҡортостанға йыйылды. Республикабыҙҙа  ауыл хужалығындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе - ер һөрөү буйынса асыҡ Рәсәй чемпионаты уҙа. Ойоштороусылары – Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте һәм “Росагролизинг”компанияһы.  Хәйерле көн, хөрмәтле тыңлаусылар. Һеҙҙе Өфө районының Нижегородка ауылынан сәләмләйбеҙ. Иң яҡшы ер һөрөүсе тап ошонда билдәләнәсәк.

Фото №1 - Ер һөрөү - изге һөнәр

     1952 йылда Бөтә донъя ер һөрөүселәр ойошмаһына нигеҙ һалына. Ер һөрөү буйынса тәүге чемпионат ошо уҡ йылда Канаданың Олдс ҡалаһында уҙа.

Ойошмала 32 дәүләт тора. Улар араһында – Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттары, Австралия, Канада, Көньяҡ Африка республикаһы, Яңы Зеландия, Бөйөк Британия, Франция бар.

Ер һөрөүселәр ойошмаһы ауыл хужалығы белгестәренең абруйын арттырыу, ер эшкәртеү ысулдарын камиллаштырыу, заманса технологияларҙы үҫтереү һәм таратыу маҡсатын ҡуя.

        Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты беренсе тапҡыр 2012 йылда Краснодар крайында үтте. Хәҙер ил турниры еңеүселәре һәм призерҙары донъя беренселектәрендә ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай.

      Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында быйыл биш механизатор, шул иҫәптән өс тракторсы ҡыҙ Башҡортостан данын яҡлай. Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев бындай ярыштарҙа даими ҡатнаша. Шуға ла оҫтаға төбәк командаһын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. Илдар Рәсәйҙең иң яҡшы 10 ер һөрөүсеһе исеменә лайыҡ замандашыбыҙ. 

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ