Дәүләт ойошмаларында байраҡтар төшөрөлгән. Бөгөн республикала матәм көнө. Бөрө районы Үгеҙ ауылында сыҡҡан ҡот осоҡос янғында 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың бишәүһе балалар.
Һәләк булыусыларҙың яҡындары өсөн республика Хөкүмәтендә “Ҡыҙыу линия” ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, Бөрө хакимиәте ерләүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Башҡортостандың бер нисә районында көслө дауыл үтте. Туймазы, Ауырғазы, Ғафури һәм Стәрлебаш райондарында ел ҡыйыҡтарҙы алып осорған, электр сымдарын өҙгән. Дауыл арҡаһында Дәүләкән ҡалаһында ағастар ауған, машиналар һәм йорттар зыян күргән.
Ә бына өйөрмәнең үҙәге Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылына тура килгән.
Көйәҙебаш ауылында 60-тан ашыу йорт зыян күргән, ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй йәшәүгә яраҡһыҙ. Иҫәпләүҙәр буйынса, тәбиғәт ғәрәсәте бер нисә миллион һумлыҡ зарар килтергән. Янғын сыҡҡан Үгеҙ ауылында һәм тәбиғәт ғәрәсәте үткән Көйәҙебашта хеҙмәттәшебеҙ – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте журналисы Рафиҡ Әхмәтшин эшләне.