Юғалтыуһыҙ килһен табыш

    Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Юғалтыуһыҙ килһен табыш

     – Баҫыу-ҡырҙарҙа бөгөн хәл ярайһы ҡатмарлы. Яҙын, ул һуңлауы сәбәпле, кәмендә өс эш – сәсеү, дым ҡаплау һәм өҫтәмә туҡландырыу бер юлы башҡарылғайны, әле крәҫтиән билен тағы өстән быуған – мал аҙығы әҙерләүҙе тамамла, иген ур, ужым сәс. Һәм бындайҙың республикала булғаны бармы икән әле… Бына шуның менән ҡатмарлы хәл дә, мәл дә. Ә беҙгә ябайлыҡ – һәр нәмәнең ваҡытында, урын-еренә еткерелеп, ҡабаланмай-сәбәләнмәй, ә тимәк сифатлы башҡарылыуы, кәрәк. Юғиһә былтыр ошо ваҡытҡа миллион тоннаға яҡын ашлыҡ урылғайны ла инде, быйыл – башланды ғына.

      Ә күпме йыя алырбыҙ? 2 ярымдан өс миллион тоннағаса, тип фаразлана. Өс үк булып китһә, ямғырлы йәйгә һуҡраныуҙы туҡтатырбыҙ ҙа, бәлки – һәйбәт һан булыр, ләкин эш бының менән генә лә бөтмәй, әлбиттә – игенде киптерергә лә кәрәк, ә был – өҫтәмә сығымдар, ғөмүмән дә сәсеү, урыу ғына, хатта ташыу ҙа бер нәмә тураһында ла һөйләмәй бит әле – һатыпмы, башҡаса тотонопмы табыш алырға кәрәк.

      Ә беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии