Рәсүл Сәғитов:
– Мәғариф булыр бөгөн үҙәктә. Мәле шул бит: хатта көнкүреш кимәлендә генә алһаҡ та, август - кейем-һалым, әсбаптар, башҡаһын эҙләп сабауыллау осоро. Етмәһә яңы уҡыу йылының нисәнсе сентябрҙә башланыры мәсьәләһе лә, яңы тарихта булмағанса, быйыл сағыу ҡалҡты.
Ләкин былар – барыбер ҙә вағыраҡ, сағыштырмаса еңел хәл ителерлек мәшәҡәттәр, әлбиттә, мөһимерәктәре – ғөмүмән стратегия, төп йүнәлештәр, маҡсаттар, һөҙөмтәләр. Тормош хәҙер етеҙ үҙгәрә – традицион дәрестәр ҡаласаҡмы, ҡалһынмы, мәктәп баланы әлеге тормошҡа ни дәрәжәлә сифатлы әҙерләй? Дәрес тигәндән, өҫтәмә белем биреү һаман үҙәккә сыға, 2016 йылда Башҡортостанда был 78 процентҡа яҡын һанды күрһәткән, быйыл тағы артыуы көтөлә. Ул ғынамы бик тиҙҙән, уҙа барһа 10-15 йылдан уҡытыуҙың яртыһынан күберәге мәктәптән тыш уҙғарылыр, тип көтөлә. Профориентация ла ғайәт мөһим – баланың кем булырын бала үҙе лә, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә мөмкин тиклем алдараҡ асыҡлаһын һәм шуға етди әҙерлек барһын. Ниндәй генә һөнәр һайланмаһын, эшмәкәрлекте алып барғанда барыбер ҙә кәрәк булырҙы – мәғлүмәт таба алыу, уны ҡулланыуҙы, ҡыҫҡаһы, юғары грамоталы булыуҙы алға алыу шарт. Бына шулар һәм башҡалар тураһында һөйләшергә ниәт.
Студияла Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованы сәләмләйбеҙ.