Ябайлыҡтан абайлыҡ яҡшыраҡ

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ябайлыҡтан абайлыҡ яҡшыраҡ

      – Йыл, айырыуса яҙы менән йәйе – ҡатмарлымы? Эйе. Ләкин ауыл хужалығы өсөн уның ябай килгәне лә хәтерҙә һис юҡ: быйылғы ише еүеш миҙгел дә яман, алда йышыраҡ булғанса, ҡоролоҡ та хөрт. Йәнә лә бит ҡайһылыр һауа шарттары ниндәйҙер үҫемлеккә ҡамасау, ниндәйенәлер – һатып та алып булғыһыҙ уңайлы: үҫ кенә, бураларға төш кенә. Башҡортостандың үҙенең, тимәк баҫыуҙарының да киңлеге лә бында арыу – бер урында уңмаһа, икенсеһендә күперә. Китап һүҙҙәре генә түгел был – статистика ла шуны күрһәтә. Ҡоролоҡтан ыҙа сигә килгән Урал аръяғы, ана, бесән буйынса сағыштырмаса ҙур һандарға өлгәшкән – бер нисә көн элек Хәйбулланың уны иң күп туплағаны хәбәр ителгәйне. Уңыш йыйғанда ямғырға ризаһыҙлыҡ белдерелһә лә дымдың ужым өсөн дан икәне асыҡ.

      Шуға күрә һорау: "ҡатмарлы" һүҙенә антоним рәүешендә алынған ябайлыҡ кәрәк микән әле беҙгә?.. Юҡтыр. Киреһенсә, ҡатмарлылыҡ, һәйбәт мәғәнәләге ҡатмарлылыҡ арыуҙыр, бигерәк тә ауыл хужалығында шул хәжәттер, сөнки ябайлыҡтың мәғәнәһе бик шәп булмағаны ла мәғлүм. Ябай булмау бында – яра-а-й, нисек тә сәсербеҙ, утарбыҙ, йыйырбыҙ, тимәү ул. Әҙерләнеү, йылына максималь тура килгәнде сәсеү, ошо ерҙе ер иткән менән, табыш алырлыҡ культуралар менән шөғөлләнеү ул.

      Билдәле нәмәләр ҙә бит былар, шуға ынтылыу ҙа бар, әммә һәр урында түгел – тейешлене башҡарырға, мәҫәлән, районлаштырылған орлоҡ алырға бәғзе хужалыҡтарҙың хәле лә етмәйҙер, минераль ашламаның да ҡиммәтлеге билдәле, техника менән технология ла күпмелер хаҡ тора. Шуның менән бергә иҫкесә – ябай хужалыҡ итеү - ғөмүмән хужалыҡ итеүме? Ябайлыҡтан абайлыҡ яҡшыраҡтыр.

      Студияла ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре Мәрйәм Мәликованы сәләмләйбеҙ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями