Филипп Маккейб: “Тауыш бирә алмайым, әммә хоҡуғым булһа, мотлаҡ Башҡортостанды һайлар инем”

  Бөтә Рәсәй умартасылары үҙ оҫталығын Башҡортостанда һынаны. Баш ҡалабыҙҙа  ауыл хужалығындағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе – умартасылар конкурсы үтте.

Фото №1 - Филипп Маккейб: “Тауыш бирә алмайым, әммә хоҡуғым булһа, мотлаҡ Башҡортостанды һайлар инем”

   Республика, ил умартасыларының Өфөлә бер майҙанда йыйылыуы байрамға тиң. Аҡбуҙат ипподромы алдында ойошторолған бал йәрминкәһендә етештереүселәр ҙә, халыҡ та ихлас ҡатнашты.

  Ҡыйынлыҡтар булһа ла республика умартасылары быйыл да мул уңыш алырына өмөтләнә. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов йәрминкәлә бал ҡортолай тырышып эшләүселәр менән аралашты, тармаҡтағы проблемаларға туҡталды. Шулай уҡ "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә тәүге тапҡыр ойошторолған "Иң яҡшы умартасы" номинацияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, берләшергә саҡырҙы.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями