Асылығыҙ, шаршауҙар!..

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Асылығыҙ, шаршауҙар!..

      – Һуңлап килгән йәй хөкөм һөрһә лә, август июль өсөн ғәфү үтенгәндәй, ҡыҙыу көндәр китһә лә, календарҙы онотмайбыҙ – көҙгө мәшәҡәттәргә тотонабыҙ. Хоккейҙа ла, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Шулай тигәндә мәҙәниәтте икенсе булып атауыбыҙ һис тә уны түбәнерәк баһалауҙан түгел, әлбиттә – хоккей иртәрәк башланды ғына. Ул ғынамы, әйтәйек, театр сәнғәтен, театрҙарҙа оҙаҡламай миҙгел асылырын ижтимағи кимәлгә лә күтәреп белдереү яғындабыҙ. Унан алда, сентябрҙең 7-һенән 14-енәсә, Өфөлә үтер "Туғанлыҡ" фестивален иҫәпкә алғанда, шикһеҙ шулай – халыҡ-ара сара бит, төрлө илдәр, халыҡтар вәкилдәре килә. 1991 йылдан уҙғарыла был республикала.

      Ҡыҫҡаһы, бөгөн студия театр донъяһына асыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ, улар - Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәби-драматик бүлеге мөдире Эльвира Исҡужина.  

 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии