Тәүҙә теркәт, шунан булыр ул мөлкәт

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тәүҙә теркәт, шунан булыр ул мөлкәт

      – Ере барҙың йыры бар… һәм башҡалар, ошоға тартым ҡанатлы һүҙҙәр, теҙә китһәк, байтаҡ йыйылыр. Мәғәнәләре билдәле. Ә шул ер булып та, аҡҡа теркәлмәгән хәлдә нисек? Әллә ни түгелдер әлеге йыр. Эйәһе был осраҡта тауышын баҫа биреберәк, бәлки бөтөнләй эстән генә лә көйләйҙер, күкрәк киреүҙең эҙемтәһенән һағая ул – һалым түләгеһе килмәй.

      Һалым нигилизмы тип атала күренеш. Йыр тип, күңел мәсьәләһенән ҡапыл ошолай ысынбарлыҡҡа – тормошҡа, көнкүрешкә күстек, сөнки бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы – әлеге теркәү.

      Эш бына нимәлә. Республикала, рәсми телдә әйтһәк, ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентарләштереү башланды. Тәүге тапҡыр уҙғарылған  был ҙур сара 31 декабргәсә дауам итәсәк.

      Ни өсөн үткәрелә һуң? Һорау бер нисә минуттан башланыр әңгәмәлә белгестәргә махсус төбәлер ҙә, әммә әле үк шул асыҡ – һалым түләтеү маҡсатында ғына түгел. Ғөмүмән, тәртип тә кәрәк бит, дәүләт илдә нимәнең күпме булғанын аныҡ белеп торорға тейеш, шунһыҙ идараның сифаты түбән булырға мөмкин. Ерҙән файҙаны уның кадастрмы, ҡуртыммы хаҡын арттырып ҡына ла күбәйтеп булыры икеле, һандан бигерәк әлеге сифат талап ителә бында. 5 миллион ярымдан ашыу ер участкаһы һәм күсемһеҙ милектең иҫәпкә алыныры көтөлә. Бына тағы яҡынса, һан - милектең теркәү үтмәүе арҡаһында бөгөн урындағы бюджеттар 20-нән 40 процентҡаса юғалтыу кисерә. Юғалтыу тигәндән, инвентарләштереү муниципалитеттарҙың ана шул табыш потенциалын билдәләргә лә ярҙам итә ала бит – был саҡта инде талап булғанға көсәйтелә, булмағанға йошартыла.

      Бында социаль ғәҙеллекте лә, уның кәрәклеген, өҫтәү дөрөҫтөр, юғиһә һалымды кемдер түләй, кемдер юҡ, ә йыйналған менән уртаҡ файҙаланыла. Йәғни, әгәр барыһы ла теүәл үтәлһә, мәҫәлән, төҙөкләндереү эштәрен һалымды арттырып түгел, ә уны түләүселәрҙе күбәйтеп башҡарып булыр. Бына шундай ҙур эш бара.

      Студияла Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры кәңәшсеһе Айҙар Хәкимйәновты сәләмләйбеҙ .

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти