Йыл да өҫтә, гел дә иҫтә

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Йыл да өҫтә, гел дә иҫтә

      – 1812 йылғы Ватан һуғышына быйыл – 205 йыл. Бынан 5 йыл элек 200 йыллыҡ ҙур тантана итеп үткәрелгәйне инде, әлегеһе әллә ни түңәрәк түгел, шулай ҙа ошондай ҙур ваҡиғалар, етмәһә "Ватан" тигән һүҙе булғандар, йыл да өҫтә, гел дә иҫтә булырға тейештер.     

      12 июндә, иртәнге сәғәт 6-ла, Наполеон ғәскәрҙәренең Неман йылғаһын кисеүенән баш алып, 14 декабрҙә Рәсәйҙең, уның союздаштарының тулы, бер һүҙһеҙ еңеүе менән тамамланған был һуғыштың сәбәптәре күп, әлбиттә, ике яҡлап та бар. Бер нисә минуттан ошо студияла башланыр әңгәмәгә инеш булараҡ, ҡыҫҡаса уларын да атап үтәйек.

      Францияның ул ваҡыттағы төп дошманы Англия булғанын беләбеҙ һәм уға ҡарата блокада ойошторола, бында Рәсәй ҙә ҡатнаша, әммә 1810 йылда хөкүмәт Англия менән аралашсылар аша сауҙа ҡылыу тураһында закон ҡабул итә һәм әлеге иҡтисади ҡамау йомшара, Францияның теләге алдында кәртә ҡалҡа. Икенсенән, Бонапарт Рәсәйҙең император ғаиләһе менән никахлашырға теләй, әммә 1808 йылда быға ризалыҡ бирелмәй, өс йылдан һуң Австрия принцессаһына өйләнә. Өсөнсөнән, Александр 1 өс дивизияны Польша сигенә ебәрә, сөнки ундағы баш күтәреүҙең Рәсәй ерҙәренә күсеү ихтималлығынан хәүефләнеү була, ә был ул ваҡытта Франция буйһоноуындағы Польша биләмәләрен тартып алыуға теләү тип баһалана.

      Рәсәй яғынан да етди сәбәптәр була. Англия менән бәйләнештең өҙөлөүе юғалтыуҙарға килтерә. Икенсенән, 1807 йылда Наполеон Варшава герцоглығын төҙөй, Речь Посполитаяны боронғо сиктәренәсә киңәйтергә ынтыла, ә был Рәсәйҙең көнбайыш ерҙәрен баҫып алған хәлдә генә мөмкин була. Өсөнсөнән, Франция Тильзит килешеүен боҙа, ә унда төп шарт – Пруссиянан француз ғәскәрҙәренең сығарылыуы. Оҙаҡ сығарылмайҙар.

      Тапшырыуҙың форматын иҫтә тотоп, 12 июндән һуңғы башҡа хәрәкәттәрҙе ситтә ҡалдырайыҡ һәм Бородино алышына туҡталайыҡ, сөнки бөгөнгө төп һүҙгә тап ул яҡын. Уның һөҙөмтәһе бөгөнгәсә һорауҙар тыуҙыра һәм беҙ был мәсьәләгә әңгәмәлә ҡағылырбыҙ ҙа - кем еңә? Ике яҡ та тиһәк, дөрөҫ  булыр – Наполеон Мәскәүгә үтә, Кутузов дошманды ныҡ ҡаҡшата, шуның менән һуғыштың тәүге һынылышы тормошҡа аша.      

      1812 йылғы Ватан һуғышының башҡорт халҡы тарихындағы эҙе бәхәсһеҙ һәм беҙ студияла "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы" идараһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтовты сәләмләйбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии