Тау башында батты бер ҡала

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тау башында батты бер ҡала

      – Беренсе һорау: кисә Өфөлә нимә булды?

      Ҡойоп ямғыр яуҙы. Ләкин беҙҙе бының менән, айырыуса быйыл, һис  аптыратып булмай. Сентябрҙә йәшен дөбөрҙәүе, эйе, саф ҡына яңғыраны, яҡында ғына шарт та шорт атты – игенсене хәүефләндерҙе, шағирҙы илһамландырҙы, дыуамалдар гидроциклдарҙа уҙышырға тотондо, ҡапыл ҡараңғы төшөүе иртә ятыусандарҙы ҡыуандырғандыр, бәлки. Социаль селтәрҙәрҙә тура репортаждар китте. Ауылда салт аяҙ, тип фото һалдылар. Бында иҫ киткес шәп көн, тинеләр Мәскәүҙән. Артабан инде, ҡала йөҙә башлағас, хафа артты. Ике сәғәт ярым самаһы эсендә 115 миллиметр яуғаны, ә бының айлыҡ миҡдарҙан ике ярым тапҡырға күберәклеге хәбәр ҡылынды. Урамдар, тротуарҙар, тимер юлдар, сауҙаханалар, иҙәндәр, хатта түбәләр… Светофорҙар һүнде, Интернет туҡтаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбанһыҙ ҙа булманы. Көн төнгә олғашты – коммуналь хеҙмәттәр һәләкәт эҙемтәләре менән көрәште.

      Икенсе һорау: бөгөн нимә бара? Әлеге эҙемтәләрҙе бөтөрөү дауам итә. Ғәҙәттә машиналар менән тулы туҡталҡылар буш – уларҙа һыу ята, ҡайһы бер подъездар ҙа ныҡ еүеш.

      Өсөнсө һорау:иртәгә нимә булыр? Бына быныһында инде 6 сентябрь генә түгел, ғөмүмән киләсәк күҙҙә тотола. Ана шул киләсәктә тәбиғәттең бындай ҡылыҡтарына әҙер булырғамы, ҡала әҙер инеме һәм башҡа ошондай һорауҙар менән студия ҡунаҡтарына – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Камил Юлаев менән ғалим, география фәндәре кандидаты Инбер Япаровҡа мөрәжәғәт итәйек.     

 

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии