Булғандың буяуы уңмаған

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Булғандың буяуы уңмаған

      – Тарих тураһында һөйләшәйек бөгөн.  Яңы тарих хаҡында, тип өҫтәп ҡуяйыҡ. Фән булараҡ та, дөйөм ғилемдең бер мөһим өлкәһе сифатында ла ҡарайыҡ уны. Диҡҡәт шулай ҙа икенсеһенә күберәк ҡылыныр, сөнки, тапшырыуҙың форматы ғилми конференция йөкмәткеһенән ныҡ ҡына айырыла. "Ни өсөн тарих?" тигән һорау тыуа ҡалһа, яуап былай: үҙен заманса тип баһалаған һәр кем был диңгеҙҙә иркен үк йөҙмәһә лә, бәғзе бер тәрәнлеккә сума алһынсы – исмаһам да мөһим даталарҙы, ваҡиғаларҙы белергә тейешлелер. Һәм бында тыуған ереңдең уҙғандарын да күләгәлә ҡалдырмау мең хаҡ – һин белмәгәс, кем һуң белергә бурыслы уларҙы?

       Көҙгә тартым көн торошо ла быға, киң, ҡабаланыуһыҙ фекер алышыуға, яйлы һәм уңайлы – ашығыс иғтибар талап итмәле көндәлек хәл-ваҡиғалар ҙа, ошо арала кәмей төшөп, ошо мөмкинлекте бирә. Етмәһә Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына һаман яҡынлайбыҙ, яҡынлау шул иҫәптән ана шул 1919 йылға, уны бер тау итеп күҙ алдына килтерһәк, әлеге үрҙең итәгендәге күренештәргә айырым бағыу аша ла башҡарылырға тейеш бит. Шунда был мөһим эште тәрәнерәк аңларбыҙ.

      Студия ҡунағы – тарихсы, Башҡортостан дәүләт Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии