Көҙ килгәнен шуға ҡарап беләм

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Көҙ килгәнен шуға ҡарап беләм

      Көҙ. Һәм уның ысынлап еткәне, ижтимағи-сәйәси йөкмәткеле беҙҙең ошо радиопрограмма күҙлегенән баҡҡанда, парламенттарҙа көҙгө сессияларҙың асылыуы айҡанлы ла билгеле. Быны ҡыш менән йәйгә ҡарата әйтеп булмай, сөнки әлеге миҙгелдәр дәүләт хакимлығының закон сығарыу тармағында, Рәсәй Дәүләт Думаһы менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайын ғына алған хәлдә лә, юҡ. Йәнә лә көҙ бында ваҡытында килә, ә яҙ гел иртәләй – йыл башында уҡ яҙғы сессия башлана.

      Дәүләт Думаһында йәйге каникулдан һуң эштең 29 августа тергеҙелгәне мәғлүм, 13 сентябрҙә тәүге пленар ултырыш уҙҙы. Көҙгө сессиялар шуның менән үҙенсәлекле: дүрт айҙан да әҙ арала, яҙғы осор менән сағыштырғыһыҙ ҡыҫҡа арауыҡта, ниндәй ҙә мөһим документ – федераль бюджетты ҡабул итергә кәрәк. Бөтәһе 130 самаһы закон проекты араһында шулай уҡ , ғәҙәттәгесә, юл йөрөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр бар, мәҫәлән, автомобиль менән хәүефле идара өсөн 5 мең һумлыҡ штраф тәҡдим ителә, табиптарға һөжүм өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә, Интернет аша тауар алыусыларҙың хоҡуҡтары нығытыла, Һалым кодексына өҫтәмәләр буласаҡ һәм башҡалар.

      Башҡортостан парламентында ла яңы миҙгел асылды, комитеттар ултырыштары уҙҙы. Быйылғы көҙгө сессияла депутаттар иллеләгән закон проектын ҡарарға тейеш, әммә һан ахырғы түгел – тормош яңы мәсьәләләрҙе күтәрә тора, уларға шул иҫәптән парламент та йәһәт диҡҡәт ҡылырға тейеш.

      Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев.  

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии