Һүҙе барҙың үҙе бар

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Һүҙе барҙың үҙе бар

      – Журналистика тураһында һөйләшергә ниәтләнек бөгөн һәм бының өсөн кәмендә ике нигеҙ бар: берҙән, ошо арала республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүәселәр буйынса фекер алышыу бара, икенсенән, беҙҙең төп шөғөлөбөҙ был, тимәк, әйтергә бурыслыбыҙ ҙа, хоҡуҡлыбыҙ ҙа. Йәнә лә халыҡҡа иң яҡын һөнәрҙәрҙең береһе ул – мәғлүмәт, аналитика, фаразға мохтаж  дәүерҙә йәшәйбеҙ һәм бөгөнгө киң мәғлүмәт сараһы кешене, кеше киң мәғлүмәт сараһын тиҙ таба. Һәм быға ыңғай ҡарау дөрөҫтөр, сөнки илдә беҙ ҡорорға теләгән камил граждандар йәмғиәтендә ана шул үҙ-ара бәйләнеш, тәрән аралашыу – мөһим шарт бит.

      Студияла Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеты профессоры Фәнил Күзбәков менән "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаеваны сәләмләйбеҙ.

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями